"Ҡыуанысым менән уртаҡлашам, дуҫтар! Ниһайәт, «Шүлгәнташ» музейына ла газ торбаһы етеп килә. Әле Морат туғайы боролошонда юл аҫтынан торба үткәрәләр, музей менән бергә эргәләге турбазаға һәм тәбиғәт ҡурсаулығының контроль-үткәреү пунктына траншея һуҙа башланылар. Күңелле төҙөлөш эштәре быйыл йәй бер аҙ дөйөм күренеште йәмһеҙләр, бәлки. Әммә һөҙөмтә ҡиммәт. Көҙгә «Шүлгәнташ» музей комплексы ла, музейға яҡын ауылдар ҙа, тәбиғәт ҡурсаулығы ла, теләге булған турбазалар ҙа газлы буласаҡ!" - тип хәбәр итте Данир Ғәйнуллин.