Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Түшәктә ятҡан егетте аяҡҡа баҫтырҙылар!

Республика һуғыш ветерандары госпитале табиптары юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң түшәккә ятырға мәжбүр булған утыҙ йәшлек егетте аяғына баҫтырҙы, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Авариянан һуң пациент етди эҙемтәләргә дусар була, ул йөрөү һәләтен юғалта, үҙен хеҙмәтләндерә алмай. Реабилитация үҙәгенә пациентты килтергәс, уның өсөн хәрәкәт әүҙемлеген тергеҙеүгә йүнәлтелгән шәхси реабилитация программаһы төҙөлә. Пациентты төрлө саралар ярҙамында үҙаллы торорға һәм тигеҙ урында хәүефһеҙ хәрәкәтләнергә өйрәтеү табиптарҙың төп маҡсаты була. Программа шәхси дауалау физкультураһын, механотерапияны, физиотерапияның заманса ысулдарын, дарыуҙар терапияһын, шулай уҡ психолог ярҙамын эсенә ала. Комплекслы реабилитация һәм нейрохирургтар, реабилитологтар ярҙамында егет 20 көн эсенә яңынан йөрөй башлаған. Социаль селтәрҙе ҡулланыусылар госпиталь һәм реабилитация үҙәге табиптарына һоҡланыуҙарын һәм хөрмәтен белдергән. Ә табиптар әйтеүенсә, “егеттең ныҡышмаллығы һәм беҙҙең профессионаллек мөғжизә

Республика һуғыш ветерандары госпитале табиптары юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң түшәккә ятырға мәжбүр булған утыҙ йәшлек егетте аяғына баҫтырҙы, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Авариянан һуң пациент етди эҙемтәләргә дусар була, ул йөрөү һәләтен юғалта, үҙен хеҙмәтләндерә алмай. Реабилитация үҙәгенә пациентты килтергәс, уның өсөн хәрәкәт әүҙемлеген тергеҙеүгә йүнәлтелгән шәхси реабилитация программаһы төҙөлә. Пациентты төрлө саралар ярҙамында үҙаллы торорға һәм тигеҙ урында хәүефһеҙ хәрәкәтләнергә өйрәтеү табиптарҙың төп маҡсаты була. Программа шәхси дауалау физкультураһын, механотерапияны, физиотерапияның заманса ысулдарын, дарыуҙар терапияһын, шулай уҡ психолог ярҙамын эсенә ала. Комплекслы реабилитация һәм нейрохирургтар, реабилитологтар ярҙамында егет 20 көн эсенә яңынан йөрөй башлаған. Социаль селтәрҙе ҡулланыусылар госпиталь һәм реабилитация үҙәге табиптарына һоҡланыуҙарын һәм хөрмәтен белдергән. Ә табиптар әйтеүенсә, “егеттең ныҡышмаллығы һәм беҙҙең профессионаллек мөғжизә яһаны!” Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.