Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һаҡланғанды һаҡлармын...

Талпан энцефалитын иҫкәртеү өсөн вакцина яһала. “Роспотребнадзор” халыҡҡа талпан энцефалитына ҡаршы прививка ҡуйҙырырға һәм өс йылға бер тапҡыр ҡабаттан вакцина яһатырға тәҡдим итә. Ашығыс иммунизация схемаһы – вакцина бер ай арауыҡ менән ике тапҡыр яһала. Талпан энцефалиты таралған урынға барыр алдынан ике аҙна элек прививка эшләтергә кәрәк. Бер йылдан һуң вакцинацияны ҡабатлау зарур. Препараттың киләһе дозаһы өс йылдан һуң индерелә. Әйткәндәй, талпан энцефалитына прививка эпидемиология күрһәткестәре буйынса прививкалар календарына индерелгән. Уға ярашлы, түбәндәге категория граждандарға вакцина яһала: талпан энцефалиты йәһәтенән эндемик төбәктәрҙә йәшәгәндәргә; талпан энцефалиты буйынса эндемик төбәктәргә барыусыларға; шулай уҡ ошондай райондарға түбәндәге күрһәтелгән төрлө тармаҡ эшен атҡарыусыларға. Улар түбәндәгеләр: ауыл хужалығы, гидромелиорация, төҙөлөш, әҙерләү, промысла, геология, эҙләнеү, экспедиция һәм башҡалар. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағ

Талпан энцефалитын иҫкәртеү өсөн вакцина яһала. “Роспотребнадзор” халыҡҡа талпан энцефалитына ҡаршы прививка ҡуйҙырырға һәм өс йылға бер тапҡыр ҡабаттан вакцина яһатырға тәҡдим итә. Ашығыс иммунизация схемаһы – вакцина бер ай арауыҡ менән ике тапҡыр яһала. Талпан энцефалиты таралған урынға барыр алдынан ике аҙна элек прививка эшләтергә кәрәк. Бер йылдан һуң вакцинацияны ҡабатлау зарур. Препараттың киләһе дозаһы өс йылдан һуң индерелә. Әйткәндәй, талпан энцефалитына прививка эпидемиология күрһәткестәре буйынса прививкалар календарына индерелгән. Уға ярашлы, түбәндәге категория граждандарға вакцина яһала: талпан энцефалиты йәһәтенән эндемик төбәктәрҙә йәшәгәндәргә; талпан энцефалиты буйынса эндемик төбәктәргә барыусыларға; шулай уҡ ошондай райондарға түбәндәге күрһәтелгән төрлө тармаҡ эшен атҡарыусыларға. Улар түбәндәгеләр: ауыл хужалығы, гидромелиорация, төҙөлөш, әҙерләү, промысла, геология, эҙләнеү, экспедиция һәм башҡалар. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, вакцина менән тәьмин ителеш 68 900 доза тәшкил итә. Был 15 мең кешегә вакцина һәм 21 мең кешегә ревакцинация яһау мөмкинлеген бирә. Вакциналар, прививкалау планына ярашлы, квартал һайын медицина ойошмаларына бүлеп бирелә. Прививкалар поликлиникаларҙа эшләнә. Ә талпан ҡаҙалғандан һуң 72 сәғәт эсендә яһалғандары дауаханаларҙың ҡабул итеү бүлексәләрендә һәм травмпункттарҙа бар.