Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Айыу менән шаярмағыҙ!

Әбйәлил районындағы билдәле "Яҡтыкүл" шифаханаһы янында туристар йәнә айыуға тап булған. Дөрөҫөрәге, айыу балаһына. Мауыҙҙы күленән тауға ҡарай өҫтәрәк "Тау тарлауығы" тигән балалар лагеры бар. Унан 500 метр тирәһе алыҫлыҡта осраталар ҙа инде йыртҡысты. Әйткәндәй, халыҡ күп ял иткән күл янын айыу күптән төйәк иткән. Йыл да балалары кешеләр янына килә, хатта тау башындағы ресторан тәҙрәһенән дә ҡарап торғолай. Әле ул тирәлә айыуҙың кешегә ташланғаны хаҡында хәбәр булғаны юҡ, әммә урман хужаһы менән шаярырға ярамай. Быйыл Баймаҡ һәм Бөрйән райондарында айыу ирҙәргә ташланған осраҡтар булды ла инде. Бына туристар төшөргән был видеояҙмала кешеләр ҡасыу урынына айыу балаһын шаяртып саҡыра. Бындай ғәмәл - хәүефле! Янында ғына инәһе йөрөүе, һөжүм итеүе бар. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы иҫкәртеү листовкаһы сығарҙы: *Айыуҙы күрһәң, уға яҡын барма, тыныс ҡына был урындан китергә тырыш. *Айыу балаларына яҡынлама, инәһе уларҙы яҡлап һөжүм итеүе ихтимал. *Йырт

Әбйәлил районындағы билдәле "Яҡтыкүл" шифаханаһы янында туристар йәнә айыуға тап булған. Дөрөҫөрәге, айыу балаһына. Мауыҙҙы күленән тауға ҡарай өҫтәрәк "Тау тарлауығы" тигән балалар лагеры бар. Унан 500 метр тирәһе алыҫлыҡта осраталар ҙа инде йыртҡысты. Әйткәндәй, халыҡ күп ял иткән күл янын айыу күптән төйәк иткән. Йыл да балалары кешеләр янына килә, хатта тау башындағы ресторан тәҙрәһенән дә ҡарап торғолай. Әле ул тирәлә айыуҙың кешегә ташланғаны хаҡында хәбәр булғаны юҡ, әммә урман хужаһы менән шаярырға ярамай. Быйыл Баймаҡ һәм Бөрйән райондарында айыу ирҙәргә ташланған осраҡтар булды ла инде. Бына туристар төшөргән был видеояҙмала кешеләр ҡасыу урынына айыу балаһын шаяртып саҡыра. Бындай ғәмәл - хәүефле! Янында ғына инәһе йөрөүе, һөжүм итеүе бар. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы иҫкәртеү листовкаһы сығарҙы: *Айыуҙы күрһәң, уға яҡын барма, тыныс ҡына был урындан китергә тырыш. *Айыу балаларына яҡынлама, инәһе уларҙы яҡлап һөжүм итеүе ихтимал. *Йыртҡыстарҙы ашатма. *Урманда аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтары ҡалдырма. Еҫе хайуандарҙы йәлеп етергә мөмкин. Фото: 02.mchs.gov.ru