Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 7-13 апрелдә Сәләмәт йәшәү рәүешен йәйелдереү аҙнаһын иғлан итте. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы билдәләүенсә, сәләмәт йәшәү рәүеше – тәбиғәт һәм тирә-яҡ мөхиттең социаль факторҙары тәьҫире шарттарында сәләмәтлекте һаҡлау һәм нығытыуға йүнәлтелгән һәм кешенең тәртибе менән билдәләнгән тормош сифаты ул. Белгестәрҙең әйтеүенсә, сәләмәт йәшәү рәүеше нигеҙҙәре буйынса йәшәү (даими физик көсөргәнеш, зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартыу, сифатлы туҡланыу, стресҡа идара итеү) организмдың һауығыуына килтерә һәм йөрәк- ҡан тамырҙары системаһына яҡшы йоғонто яһай. Сәләмәт тормош алып барыу һаулыҡ менән бәйле төрлө йәш төркөмдәрендә күп проблемалар хәүефен кәметә. Сәләмәт йәшәү рәүеше үҙ эсенә түбәндәге күрһәткестәрҙе ала: тәмәке тартмау; көн һайын 400 грамм тирәһе йәшелсә һәм еләк-емеш ҡулланыу; физик әүҙемлек (аҙнаһына 150 минутлыҡ урта кимәлдәге йәки 75 минутлыҡ көсөргәнешле физик күнекмәләр); тоҙ ҡулланыуҙы тәүлегенә биш грамдан да арттырмау; алкоголь ҡулланы