🔥 Йорт янында һәм урманда ҡоро үләнгә, япраҡтарға һәм сүп-сарға ут төртмәгеҙ – был янғын хәүефен арттыра. Яҙ көнө янғын хәүефһеҙлеге тураһында тағы нимәләр белергә кәрәк – Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре ошо хаҡта иҫкәртә. ▫️ Усаҡты махсус майҙансыҡта ғына, мәҫәлән, пикник биләмәһендә генә яғығыҙ. Уны һүндермәйенсә ҡалдырмағыҙ. ▫️ Йыһазландырылмаған урында, ҡоро үләндә, ағас аҫтында, торфлы урында, янған йәки зыян күргән урман участкаларында усаҡ яғырға ярамай. ▫️ Юл ситенә, автомобиль юлдары буйлап, урманда, баҫыуҙа тоҡанған шырпы һәм тәмәке төпсөктәре ташламағыҙ. ▫️ Шәхси участкағыҙ тирәһендәге ҡоро үләнде сабығыҙ. 📞 Янғынға шаһит булһағыҙ, 112 һандарына шылтыратығыҙ. #Аңлатабыҙ_Башкортостан
🔥 Йорт янында һәм урманда ҡоро үләнгә, япраҡтарға һәм сүп-сарға ут төртмәгеҙ – был янғын хәүефен арттыра
8 апреля 20258 апр 2025
~1 мин