Алтын туй. Йәшлектә бер матур кис ине, Йөрәктәрҙә ят бер хис ине... Иҫерептәр һөйөү хисенән, Арбалыптар һөйөү көсөнә, Етәкләшеп икәү инеп киттек Өр- яңы бер тормош эсенә. Хата, гонаһтарҙы кисерә, кисерә, Әсе- сөсөһөнән эсерә, эсерә, Тоғро ҡалып һөйөү хисенә, Арбалыптар һөйөү көсөнә, Етәкләшкән килеш килеп еттек Ғүмерҙәрҙең алтын көҙөнә. Яҙмышыбыҙ бергә үрелгән, Сәсем бәйләнгән дә сәсеңә... Табыныптар һөйөү хисенә, Инаныптар һөйөү көсөнә, Риза ғына булып инеп барам Яҙмышымдың алтын кисенә. Гөлзифа Исрафилова. Кешеләргә ҡалам ышанып тигән китаптан.