Нефтекама ҡалаһының полиция бүлегенә 16 йәшлек ҡыҙ мөрәжәғәт иткән. Уға ватсапҡа билдәһеҙ кеше шылтыратҡан һәм үҙен ҡыҙ уҡыған мәктәптең директор урынбаҫары тип таныштырған. Артабан шылтыратыусы электрон журналға инергә кәрәк тип, ҡыҙҙың телефонына килгән кодтарҙы әйтеүҙе һораған. Уҡыусы бала барыһын да ул әйткәнсә эшләгән. Телефонды һалғас ҡына ҡыҙ мутлашыусы менән аралашыуын һәм уға “Дәүләт хеҙмәттәре”ндәге шәхси кабинетына инергә рөхсәт биреүен аңлаған. Хоҡуҡ һаҡсылары тағы бер тапҡыр иҫкәртә: бер кемгә лә бер ниндәй сәбәп менән дә кодтарҙы әйтмәгеҙ. Иң яҡшыһы – билдәһеҙ кешеләр менән һөйләшеүҙе шунда уҡ өҙөгөҙ. Сығанаҡ: bashinform.ru Нәсих Хәлисов фотоэтюды. Фотоның был мәҡәләгә ҡағылышы юҡ.