Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡартайыуға ҡаршы матурлыҡ уколы яһаттығыҙмы әле?

Йылдан-йыл косметология инъекцияларының популярлығы арта. Һөҙөмтәлә күп кенә ҡатындар ошо процедураға бара. Әммә был косметология инъекцияларына һаҡсыл ҡараш, уларҙың хәүеф менән янауы тураһында табип-дерматовенеролог Ксения Чуйкина “ГорОбзор.ру” баҫмаһына интервью биргән. Косметология инъекциялары хәүефлеме? Ксения Чуйкова косметология инъекцияларын даими процедуралар рәтенә индерергә ҡушмай. Юғиһә уларҙың эҙемтәләренең насар булыуы ихтимал. Айырыуса хәүефле эҙемтәләр: аллергия реакцияһы – Квинке шешенеүе (ангионевретик шешенеү) тамаҡтың шешенеүенә, хатта асфикцияға (тын ҡыҫылыуға) килтереүе ихтимал. Бындай хәл ашығыс медицина ярҙамын күрһәтеүҙе талап итә. Тамырҙар эмболияһы – тамырҙарҙың филлерҙар ҡалдыҡтары менән тығылыуы. Был үҙ сиратында туҡымаларҙың некрозына (үлеүенә) килтереүе мөмкин. Инфекциялар. Инъекция эшләнгән урында тәндең ялһыныуы ихтимал. Ауыр осраҡта абцесс башланыуы бар. Нейропатияның боҙолоуы – һыҙланыуҙы тойоу, мимика һәм тешләү мускулдары хәрәкәтенең сикләнеүе мөмк

Йылдан-йыл косметология инъекцияларының популярлығы арта. Һөҙөмтәлә күп кенә ҡатындар ошо процедураға бара. Әммә был косметология инъекцияларына һаҡсыл ҡараш, уларҙың хәүеф менән янауы тураһында табип-дерматовенеролог Ксения Чуйкина “ГорОбзор.ру” баҫмаһына интервью биргән. Косметология инъекциялары хәүефлеме? Ксения Чуйкова косметология инъекцияларын даими процедуралар рәтенә индерергә ҡушмай. Юғиһә уларҙың эҙемтәләренең насар булыуы ихтимал. Айырыуса хәүефле эҙемтәләр: аллергия реакцияһы – Квинке шешенеүе (ангионевретик шешенеү) тамаҡтың шешенеүенә, хатта асфикцияға (тын ҡыҫылыуға) килтереүе ихтимал. Бындай хәл ашығыс медицина ярҙамын күрһәтеүҙе талап итә. Тамырҙар эмболияһы – тамырҙарҙың филлерҙар ҡалдыҡтары менән тығылыуы. Был үҙ сиратында туҡымаларҙың некрозына (үлеүенә) килтереүе мөмкин. Инфекциялар. Инъекция эшләнгән урында тәндең ялһыныуы ихтимал. Ауыр осраҡта абцесс башланыуы бар. Нейропатияның боҙолоуы – һыҙланыуҙы тойоу, мимика һәм тешләү мускулдары хәрәкәтенең сикләнеүе мөмкин. “Йыш ҡына шешенеү, гиперемия - ҡыҙарыу), гематома кеүек хәлдәрҙең теркәлеүе ихтимал. Табип алдан эҙемтәләр тураһында иҫкәртергә тейеш”, - тип табип. Кемдәргә матурлыҡ уколын яһатырға ярамай? Ксения Чуйкова белдереүенсә, 18 йәштән бәләкәйҙәргә, йөклө һәм бала имеҙгән ҡатындарға, шулай уҡ хроник сирлеләрҙең ауырыуы киҫкенләшеү стадияһында саҡта, киҫкен респиратор сирҙәр менән сирләгән мәлдә пациенттарға матурлыҡ уколдарын яһатыуҙы кисектереү хәйерле. Косметология инъекцияларын нисә йәштән яһата башларға? Дерматовенеролог белдереүенсә, һәр бер ҡатын-ҡыҙҙың ҡартайыу ваҡыты үҙенсәлекле, шәхсән. Шуға күрә инъекция яһатыу процедураларын эшләтә башлау өсөн аныҡ ваҡыт юҡ. Косметология инъекцияларын эшләгән белгесте һайлағанда нимәгә иғтибар итергә? Ксения Чуйкова иң тәү сиратта белгестең белеменә мөрәжәғәт итергә кәңәш бирә. Уның юғары медицина белеме, шулай уҡ “Дерматовенерология” йүнәлеше буйынса ординатураны (специалитетты) үтеүе мөһим. Бынан тыш, белгестең косметология буйынса өҫтәмә белеме булырға тейеш. Уны тамамлағанда табип белгес акрредитацияһын үтергә тейеш. “Тап аккредитация табипҡа дауалау эшмәкәрлеге менән шөғөлләнергә рөхсәт бирә”, - тигән фекерҙә табип. Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.