😲Иҫерек әсә тотолған Бөгөн Туймазыла полицейскийҙар "Лада Калина" автомобилен туҡтатҡан. 27 йәшлек әсә балаһын баҡсаға алып китеп барған. Машинала автокресло булмаған, өҫтәүенә водителдән хәмер еҫе аңҡып торған. Уға ҡарата административ материалдар төҙөлгән, ә автомобилен штрафстоянкаға оҙатҡандар. Шулай уҡ материал бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға тапшырыла.