Өфөлә ағас йорт янған. Өйҙөң тимер ҡыйығы уттан зыян күргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереүселәр ҡотҡарыу эше барышында йорт хужаһының – 58 йәшлек ирҙең кәүҙәһен тапҡан. Утты һүндереүгә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 12 белгесе һәм 3 берәмек техника йәлеп ителә. Янғын урынында тәфтиш-оператив төркөм һәм ғәҙәттән тыш ведомствоның тәүтикшереүсеһе эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала янғындарҙа көн дә тиерлек кеше ғүмере өҙөлә. Үлем сәбәбе - ут менән һаҡһыҙ эш итеү, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәһен үтәмәү. Балаларҙы, өлкән йәштәге кешеләрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, йорттарығыҙға янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал ҡуйығыҙ. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.