Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Баймаҡ үҙәк китапханаһында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан,112-се башҡорт атлы дивизияһының билдәле кавалерист-яҡташтарыбыҙҙың яҡындары

Баймаҡ үҙәк китапханаһында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан,112-се башҡорт атлы дивизияһының билдәле кавалерист-яҡташтарыбыҙҙың яҡындары менән осрашыу үтте. Ҡунаҡтар араһында Миңдеғол Арыҫлановтың улы Рәсүл Арыҫланов, Ғәлиәхмәт Сәйфуллиндың ейәндәре Земфира һәм Ринат Ильясовтар, Фәхрислам Үҙәнбаевтың улы Мансур Үҙәнбаев һәм Йыһаннур Байегетовтың улы Ғәзиз Байегетовтар ҡатнашты. Улар аталарының һәм олатайҙарының батырлыҡтары тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты, геройҙарҙың һуғыштан һуңғы тормошо, ҡәҙерләп һаҡлаған иҫтәлекле фотоһүрәттәр, һуғыш йылдары тураһында яҙылған яҙмалары һәм көндәлектәре тураһында һөйләне. Китапханасылар яҡташтарыбыҙҙың батырлыҡтары тураһында тере хәтирәләр һаҡлаған Р.Үтәғоловтың «Батырлыҡ» һәм А. Ихсандың «Саҡма тояҡ аттарҙа» китаптарынан өҙөктәр уҡыны.

Баймаҡ үҙәк китапханаһында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан,112-се башҡорт атлы дивизияһының билдәле кавалерист-яҡташтарыбыҙҙың яҡындары менән осрашыу үтте.

Ҡунаҡтар араһында Миңдеғол Арыҫлановтың улы Рәсүл Арыҫланов, Ғәлиәхмәт Сәйфуллиндың ейәндәре Земфира һәм Ринат Ильясовтар, Фәхрислам Үҙәнбаевтың улы Мансур Үҙәнбаев һәм Йыһаннур Байегетовтың улы Ғәзиз Байегетовтар ҡатнашты.

Улар аталарының һәм олатайҙарының батырлыҡтары тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты, геройҙарҙың һуғыштан һуңғы тормошо, ҡәҙерләп һаҡлаған иҫтәлекле фотоһүрәттәр, һуғыш йылдары тураһында яҙылған яҙмалары һәм көндәлектәре тураһында һөйләне.

Китапханасылар яҡташтарыбыҙҙың батырлыҡтары тураһында тере хәтирәләр һаҡлаған Р.Үтәғоловтың «Батырлыҡ» һәм А. Ихсандың «Саҡма тояҡ аттарҙа» китаптарынан өҙөктәр уҡыны.