Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ташҡындан зыян күргән аҙауҙар ярҙам ала

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә Архангел районы хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин ташҡындан зыян күргән Аҙау ауылы кешеләре ниндәй түләмдәр алыуы тураһында һөйләне. "Уҙған аҙнала түләүҙәрҙе алдыҡ, йүнәлтә башланыҡ.Үлгән хайуандар буйынса түләүҙәр тулыһынса башҡарылды – уны 29 кеше алды. Беренсе сираттағы ихтыяждарға бирелгән 5 мең һум буйынса ғаризалар ҡарала, әле 745 мең һумға түләүҙәр башҡарылған.7 апрелдә иртән туғыҙ йорт хужалығына юғалған мөлкәт буйынса түләүҙәр ебәрҙек. Был эште 10 апрелгә тиклем тамамларға ниәтләйбеҙ", – тине Айрат Сәйетғәлин. Башҡортостан Башлығы РадийХәбиров был эш ҡасан тамамланасағы хаҡында хәбәр итергә ҡушты. “Иң мөһиме, беҙ һеҙгә аҡса ебәрҙек, улар бар. Күберәк кәрәк икән, бүлербеҙ. Иң мөһиме, зыян күргән кешеләрҙең мөлкәте ғәҙел тәртиптә тергеҙелергә тейеш", – тине Радий Хәбиров. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм транспорт министрлыҡтары ла ауылды тәртипкә килтереү буйынса эштәр алып бара. "28 марттан Аҙау ауылында ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эштә

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә Архангел районы хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин ташҡындан зыян күргән Аҙау ауылы кешеләре ниндәй түләмдәр алыуы тураһында һөйләне. "Уҙған аҙнала түләүҙәрҙе алдыҡ, йүнәлтә башланыҡ.Үлгән хайуандар буйынса түләүҙәр тулыһынса башҡарылды – уны 29 кеше алды. Беренсе сираттағы ихтыяждарға бирелгән 5 мең һум буйынса ғаризалар ҡарала, әле 745 мең һумға түләүҙәр башҡарылған.7 апрелдә иртән туғыҙ йорт хужалығына юғалған мөлкәт буйынса түләүҙәр ебәрҙек. Был эште 10 апрелгә тиклем тамамларға ниәтләйбеҙ", – тине Айрат Сәйетғәлин. Башҡортостан Башлығы РадийХәбиров был эш ҡасан тамамланасағы хаҡында хәбәр итергә ҡушты. “Иң мөһиме, беҙ һеҙгә аҡса ебәрҙек, улар бар. Күберәк кәрәк икән, бүлербеҙ. Иң мөһиме, зыян күргән кешеләрҙең мөлкәте ғәҙел тәртиптә тергеҙелергә тейеш", – тине Радий Хәбиров. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм транспорт министрлыҡтары ла ауылды тәртипкә килтереү буйынса эштәр алып бара. "28 марттан Аҙау ауылында ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эштәр ойошторолдо. Башта ихаталарҙа һәм юлдарҙа боҙ менән көрәшеү өсөн сүкешле компрессор ебәрелде. Ведомство ҡарамағындағы предприятие махсус ҡорамалдар менән экскаватор бүлде. Һуңынан сүп-сарҙы йыйыу, тергеҙеү һәм төҙөкләндереү өсөн көстәр йәлеп ителде. Сүп-сар йыйыу, юлдарҙы рәтләү буйынса эштәр башҡарылған. Һәм киләһе аҙнала ла дауам итәсәк”, — тип хәбәр итте торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы етәксеһе Ирина Голованова. Транспорт һәм юл хужалығы министры ЛюбовьМинакова һүҙҙәренсә, юлдарҙы һалыу буйынса эштәр ҡаралған лимиттар иҫәбенә башланған да инде. "Бөгөнгө көндә муниципалитет менән смета мәсьәләләрен тикшерәбеҙ. Ауыл эсендә ташҡындан алты километр юл зыян күрҙе — 10 миллион һум самаһы аҡса бүленәсәк”, – тине ул. Фото: МЧС.