Санкциялар индерелгәс, зоокибеттәрҙә эт менән бесәйҙәрҙе талпандарҙан дауалау препараттарын табыу ҡатмарлашты. Шуларҙы эҙләп, Гүзәл бөгөн Telegram-төркөмгә барып эләкте, унда арзан хаҡҡа Төркиәнән дарыуҙар тәҡдим итәләр ине. “Һаумыһығыҙ, һеҙҙең төркөмдө уҡыным да, эт өсөн препаратҡа заказ бирергә булдым, мөмкинме?” “Һаумыһығыҙ, әлбиттә, телеһә ниндәй дарыуҙы ебәрә алабыҙ, беҙҙә барыһы ла арзан” “Бик һәйбәт. Нисек заказ бирергә?” “Нисә ҡап кәрәк икәнен яҙығыҙ һәм түләү өсөн картағыҙҙың номерын күрһәтегеҙ. Дарыу тиҙ арала килеп етәсәк”. “Ярай, заказ бирәм һәм аҡсаһын күсерәм”. Бер нисә көн үтеп китте, ләкин дарыу килмәне. Гүзәл тағы шылтыратырға булды. “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тотҡарлыҡ булған. Хәҙер һеҙҙең заказ буйынса мәғлүмәтте тикшерәм”, – тинеләр теге башта. “Нисек аңларға быны? Дарыу миңә кисекмәҫтән кәрәк!” “Һеҙҙең борслоуҙы аңлайбыҙ. Теләһәгеҙ, аҡсаны кире ҡайтара алаһығыҙ. Һылтанманы асығыҙ һәм форманы тултырығыҙ”. “Аҡсаны картаға йәки телефон номерына күсереп буламы? Мин шулай ебәр