Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Был ҡорамал күпкә уңайлыраҡ

Бүздәк үҙәк район дауаханаһына яңы ультратауышлы тикшереүҙәр (УЗИ) аппараты килтерелде. Был “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Ошо хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Яңы ҡорамал неонатология, гинекология, педиатрия һәм башҡа тармаҡтарҙа ультратауышлы тикшереүҙәр өсөн яҡшы. Бүздәк үҙәк район дауаханаһының баш табибы Александр Овчинников яңы ҡорамалдың булған диагностикалау ҡорамалдарына яҡшы өҫтәмә икәнлеге тураһында белдерҙе. Бынан тыш, аппарат ашығыс хәлдәрҙә оператив рәүештә патологияларҙы асыҡлау һәм табиптарҙың эшен һөҙөмтәлерәк итеү мөмкинлеген бирә. Әйткәндәй, "Оҙайлы һәм әүҙем" тормош милли проект булышлығында медицина ойошмалары заманлаштырыла, реабилитациялау системаһы камиллаша, тикшереү үҙәктәре селтәре үҫешә һәм һаулыҡ һаҡлауҙа һанлы технологиялар индерелә. “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекты 2030 йылға көтөлгән ғ

Бүздәк үҙәк район дауаханаһына яңы ультратауышлы тикшереүҙәр (УЗИ) аппараты килтерелде. Был “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Ошо хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Яңы ҡорамал неонатология, гинекология, педиатрия һәм башҡа тармаҡтарҙа ультратауышлы тикшереүҙәр өсөн яҡшы. Бүздәк үҙәк район дауаханаһының баш табибы Александр Овчинников яңы ҡорамалдың булған диагностикалау ҡорамалдарына яҡшы өҫтәмә икәнлеге тураһында белдерҙе. Бынан тыш, аппарат ашығыс хәлдәрҙә оператив рәүештә патологияларҙы асыҡлау һәм табиптарҙың эшен һөҙөмтәлерәк итеү мөмкинлеген бирә. Әйткәндәй, "Оҙайлы һәм әүҙем" тормош милли проект булышлығында медицина ойошмалары заманлаштырыла, реабилитациялау системаһы камиллаша, тикшереү үҙәктәре селтәре үҫешә һәм һаулыҡ һаҡлауҙа һанлы технологиялар индерелә. “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекты 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла. Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.