Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Игеҙәктәр минеке түгелдер, тип шикләндем

“Тормош тигәнең бик ҡатмарлы бит ул, һәр ваҡыт һин теләгәнсә, уйлағанса ғына бармай. Йәшебеҙ 50-не үткәс, ҡатын менән айырылыштыҡ. Артыҡ ғауға ҡуптармаҫҡа тырыштыҡ, сөнки аралар һыуынған ине. Һуңғы йылдарҙа ул яҙҙан көҙгәсә баҡсалағы йортобоҙҙа йәшәүҙе хуп күрҙе, ә миңә эшем буйынса ҡалалағы фатирҙа йәшәү уңайлы ине. Донъяны үҙебеҙсә ғәҙел итеп бүлештек. Айырылышуға барып етеүҙең бер сәбәбе – үҙемдән байтаҡҡа йәш Гүзәл исемле һылыуҙы осраттым. Йәш тиһәм дә, 35-е тула тиҙҙән. Бына ошо һылыуҡай тулыһынса күңелде лә, йөрәкте лә яулап алды. Ҡатынымды алдап йөрөгөм килмәне, “икенсе кешене осраттым” тип асыҡтан-асыҡ әйттем. Шулай итеп, 53 йәштә яңы ғаилә ҡороп ебәрҙем. Бер йыл самаһы ваҡыт үтеүгә йәш кәләшем бала табырға теләүен белдерҙе. Минең улым да, ҡыҙым да бар, хатта ике йәшлек ейәнем үҫеп килә, шуға күрә уның был теләген артыҡ хупламаным, әммә өндәшмәүҙе ҡулай күрҙем. Шулай ҙа уйланып йөрөй торғас, һәр ҡатын-ҡыҙҙың әсә булғыһы, сабый һөйгөһө килә бит инде, бер баланы нисек тә үҫтерерб

“Тормош тигәнең бик ҡатмарлы бит ул, һәр ваҡыт һин теләгәнсә, уйлағанса ғына бармай. Йәшебеҙ 50-не үткәс, ҡатын менән айырылыштыҡ. Артыҡ ғауға ҡуптармаҫҡа тырыштыҡ, сөнки аралар һыуынған ине. Һуңғы йылдарҙа ул яҙҙан көҙгәсә баҡсалағы йортобоҙҙа йәшәүҙе хуп күрҙе, ә миңә эшем буйынса ҡалалағы фатирҙа йәшәү уңайлы ине. Донъяны үҙебеҙсә ғәҙел итеп бүлештек. Айырылышуға барып етеүҙең бер сәбәбе – үҙемдән байтаҡҡа йәш Гүзәл исемле һылыуҙы осраттым. Йәш тиһәм дә, 35-е тула тиҙҙән. Бына ошо һылыуҡай тулыһынса күңелде лә, йөрәкте лә яулап алды. Ҡатынымды алдап йөрөгөм килмәне, “икенсе кешене осраттым” тип асыҡтан-асыҡ әйттем. Шулай итеп, 53 йәштә яңы ғаилә ҡороп ебәрҙем. Бер йыл самаһы ваҡыт үтеүгә йәш кәләшем бала табырға теләүен белдерҙе. Минең улым да, ҡыҙым да бар, хатта ике йәшлек ейәнем үҫеп килә, шуға күрә уның был теләген артыҡ хупламаным, әммә өндәшмәүҙе ҡулай күрҙем. Шулай ҙа уйланып йөрөй торғас, һәр ҡатын-ҡыҙҙың әсә булғыһы, сабый һөйгөһө килә бит инде, бер баланы нисек тә үҫтерербеҙ әле, тип ризалаштым. Әммә бәпәйҙәр берәү түгел, икәү булып сыҡты. Быға артыҡ бошонманым, берәүҙе үҫтергәнде, икәүҙе лә аяҡҡа баҫтырырбыҙ Алла бойорһа тинем, тик күңелгә бер шик төштө: минең яҡтан туған-тыумасала бер ваҡытта ла игеҙәк балалар булғаны юҡ. Гүзәлдең дә бер туғандарында, ата-әсәһе яҡлап та игеҙ балаларҙы белмәйем. Бер мәл матур булып йоҡлап ятҡан игеҙәк бәпестәргә ҡарап торҙом да, үҙем дә һиҙмәҫтән ҡатынымдан һорай ҡуйҙым: – Ә һеҙҙең нәҫелдә игеҙәктәр булғаны бармы ул? – Юҡ... – тине ҡатыным. Унан ҡапыл һорауҙың айышын аңлап ҡалдымы, ҡаршы һорау бирҙе: – Нимә, шикләнәһеңме әллә? – Юҡ та ул, тик... Шунан китте икәү-ара иреш-талаш, Гүзәл илай башланы. Саҡ тынысландырҙым. Был шикте үҙемдән ҡыуырға, оноторға тырыштым, әммә ҡатыным онотмаған икән – ҡәйнәгә һөйләгән. Ҡәйнәм менән арабыҙ һәйбәт кенә. Ул минән бер генә йәшкә оло, шулай ҙа миңә “һеҙ” тип өндәшә, мин дә уға “һеҙ” тием. Йомош табып килеп етте. Уңайлы мәлен тура килтереп, әйтте шулай ҙа. Баҡтиһәң, ҡәйнәмдең әсәһенең, йәғни Гүзәлдең өләсәһенең игеҙәктәре булған икән, тик уларҙың береһе тыуғас та үлгән, шуға күрә Гүзәл был хаҡта бөтөнләй белмәгән. Ошо тарихты ишеткәс, күңелгә йылы йүгерҙе. Атыу игеҙәк бәпестәр минеке түгелме икән әллә, тигән шик тынғы бирмәй ине...” Айҙар исемле ирҙең һөйләгәндәренән яҙылды, исемдәр үҙгәртеп алынды. Нәсих Хәлисов фотоэтюды.Фотоның был мәҡәләгә ҡағылышы юҡ.