5 апрель Шишмә районында ТУРАХАН мавзолейы янында БР милли йәйәнән һәм һыбай уҡ атыу федерацияһы тарафынан 1-се Башҡортостан чемпионаты үтте. Чемпион исеменә көс һынашыу өсөн Башҡортостандың 20 район-ҡалаларынан 90-ға яҡын иң көслө уҡсы йыйылды. Ярыш ике этапта үтте: квалификация+финалдар. Квалификация этабы һөҙөмтәләре буйынса иң көслө 32 уҡсы финал этабына үтеп артабан ЧЕМПИОН исемен асыҡланы. Бик көсөргәнешле һәм ҡыҙыу атыштарҙан һуң үҙенең бөтә дәғүәселәрен еңеп МЫРҘАҒӘЛИН ИЛФАТ БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ 1-СЕ ЧЕМПИОНЫ ИСЕМЕНӘ ЛАЙЫҠ БУЛДЫ! Ошо чемпионат сиктәрендә "Тиҙ атыш" дисциплинаһы буйынса ярыш ойошторолдо. 25 метрҙан 30 секунд эсендә мөмкин тиклем күберәк уҡ атып мәрәйҙәр йыйырға ине. Был ярышта ла беҙҙең Баймаҡ уҡсылары һынатманы. ТИМУР ӨМӨТБАЕВ 1-се урын яуланы. Шулай махсус бүләктәргә атышҡанда Иҫәнбаев Нәил, Рахманғолов Ғәфүр, Мырҙағәлин Илфат еңеүсе тип танылды. Ятып ҡалғансы-атып ҡал! Ғәфүр Рахманғолов.
5 апрель Шишмә районында ТУРАХАН мавзолейы янында БР милли йәйәнән һәм һыбай уҡ атыу федерацияһы тарафынан 1-се Башҡортостан чемпионаты
6 апреля 20256 апр 2025
~1 мин