Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Ватанына дошман янағанда ысын ижадсы ситтә тороп ҡала алмай

Ватанына дошман янағанда ысын ижадсы ситтә тороп ҡала алмай. Шағир булһынмы ул, композитормы, йырсымы... Ил яҙмышы һәр кемебеҙҙе борсой. Үҙешмәкәр композитор Йәлил Төхфәт улы Һөйөндөковтың Миләүшә Ҡыҙрасова һүҙҙәренә "Дан булып ҡайтығыҙ", Фирүзә Абдуллинаның "Ҡайтығыҙ" шиғырына яҙылған йырҙары бөгөн республикабыҙҙа киң популярлыҡ яулай. Йәлил Төхфәт улының ошо һәм башҡа йырҙары күптән түгел Сибай институтында ойошторолған "Бер ултырыу-үҙе бер ғүмер" тип исемләнгән әҙәби-музыкаль кисәлә яңғыраны. Унда Фирүзә Абдуллина, Сәкинә Тотманова, Мотал Рәмов, Таңһылыу Вәлиева шиғырына яҙған йырҙарҙы тыңларға мөмкин булды. Ижад кисәһен Рәмил Туйсин, Рауил Харрасов, Ғаяз Ғәйетбаев, Хәким Ғәйетбаев, Баязит Байназаров, Зәриә Рысмөхөмәтова, Азат Исҡужин һәм Йәлил Һөйөндөков етәкләгән "Йәншишмә"ансамбле биҙәне. Кисә унда булғандарҙың күңелендә тик йылы хәтирәләр ҡалдырҙы.

Ватанына дошман янағанда ысын ижадсы ситтә тороп ҡала алмай. Шағир булһынмы ул, композитормы, йырсымы... Ил яҙмышы һәр кемебеҙҙе борсой. Үҙешмәкәр композитор Йәлил Төхфәт улы Һөйөндөковтың Миләүшә Ҡыҙрасова һүҙҙәренә "Дан булып ҡайтығыҙ", Фирүзә Абдуллинаның "Ҡайтығыҙ" шиғырына яҙылған йырҙары бөгөн республикабыҙҙа киң популярлыҡ яулай. Йәлил Төхфәт улының ошо һәм башҡа йырҙары күптән түгел Сибай институтында ойошторолған "Бер ултырыу-үҙе бер ғүмер" тип исемләнгән әҙәби-музыкаль кисәлә яңғыраны. Унда Фирүзә Абдуллина, Сәкинә Тотманова, Мотал Рәмов, Таңһылыу Вәлиева шиғырына яҙған йырҙарҙы тыңларға мөмкин булды.

Ижад кисәһен Рәмил Туйсин, Рауил Харрасов, Ғаяз Ғәйетбаев, Хәким Ғәйетбаев, Баязит Байназаров, Зәриә Рысмөхөмәтова, Азат Исҡужин һәм Йәлил Һөйөндөков етәкләгән "Йәншишмә"ансамбле биҙәне. Кисә унда булғандарҙың күңелендә тик йылы хәтирәләр ҡалдырҙы.

-2
-3
-4
-5
-6