Мерәҫ ауыл мәҙәниәт йорто район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре араһында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм МХО-ла ҡатнашҡандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылына арналған "Йылдарҙан йырҙар ҡала" тип аталған йыр һәм шиғыр онлайн конкурсы иғлан итә. Конкурс шарттары бик ябай, темаға ярашлы итеп башҡарылған номерҙарҙы пост аҫтына ҡуйып барырға кәрәк буласаҡ. Еңеүсене 9 май көнө, иң күп лайктар йыйыуға ҡарап билдәләрбеҙ. Конкурста бар мәҙәниәт усаҡтары хеҙмәткәрҙәрен ҡатнашырға саҡырабыҙ.