Найти в Дзене

Тормош һынауҙарына бирешмәй, алға бара

Тормош һынауҙарына бирешмәй, алға бара Ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса “Ватанды һаҡлаусылар кубогы” чемпиондарының береһе – махсус хәрби операция ветераны һәм Башҡортостан Республикаһында фондтың социаль координаторы Олег Мөфтәхетдинов үҙен көслө рухлы яугир булыуын һәр яҡшы өлгөһө менән күрһәтеп тора. Ул саңғы ярыштарында һәм биатлонда алтын яулай. Утыҙ йәшендә күп нәмәгә өлгәшкән был ғәжәйеп йәш кеше менән һеҙҙе яҡындан таныштырабыҙ. Батыр егет 2022 йылда үҙ теләге менән Ватанды яҡларға китә. Бахмут янында хәрби бурыс үтәгәндә йәрәхәтләнә. Хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ булғас, уны тыуған еренә ҡайтаралар. Олег тыныс тормошта юғалып ҡалмай – спорт менән шөғөлләнә. Махсус операцияға тиклем ул саңғы ярыштары һәм биатлон буйынса Башҡортостан йыйылма командаларына ингән була. – Был минең өсөн яңы спорт төрө түгел, мин күп йылдар саңғыла торҙом. Махсус хәрби операциянан ҡайтҡас, башта яратҡан эшем менән шөғөлләнә алмаясаҡмын тип уйланым, әммә бына тағы ла трассаға сығып, призлы урындар өсөн көрәшәм,

Тормош һынауҙарына бирешмәй, алға бара Ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса “Ватанды һаҡлаусылар кубогы” чемпиондарының береһе – махсус хәрби операция ветераны һәм Башҡортостан Республикаһында фондтың социаль координаторы Олег Мөфтәхетдинов үҙен көслө рухлы яугир булыуын һәр яҡшы өлгөһө менән күрһәтеп тора. Ул саңғы ярыштарында һәм биатлонда алтын яулай. Утыҙ йәшендә күп нәмәгә өлгәшкән был ғәжәйеп йәш кеше менән һеҙҙе яҡындан таныштырабыҙ. Батыр егет 2022 йылда үҙ теләге менән Ватанды яҡларға китә. Бахмут янында хәрби бурыс үтәгәндә йәрәхәтләнә. Хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ булғас, уны тыуған еренә ҡайтаралар. Олег тыныс тормошта юғалып ҡалмай – спорт менән шөғөлләнә. Махсус операцияға тиклем ул саңғы ярыштары һәм биатлон буйынса Башҡортостан йыйылма командаларына ингән була. – Был минең өсөн яңы спорт төрө түгел, мин күп йылдар саңғыла торҙом. Махсус хәрби операциянан ҡайтҡас, башта яратҡан эшем менән шөғөлләнә алмаясаҡмын тип уйланым, әммә бына тағы ла трассаға сығып, призлы урындар өсөн көрәшәм, – ти Олег. Күптән түгел ветерандың тормошонда тағы ла ике шатлыҡлы ваҡиға булған: ул өйләнгән һәм республиканың Йәштәр спорт министрлығына эшкә урынлашҡан. Уға “Ватанды һаҡлаусылар” фондының республикалағы филиалы психологик һәм юридик ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын рәсмиләштереү, эшкә урынлашыу мәсьәләһен хәл иткән. Торлаҡ биналарҙы яраҡлаштырыу программаһы сиктәрендә яугирҙең йорто уның ихтыяждарына яраҡлаштырыла. - Минең өйөмә комиссия килде, ҡараны, миңә йәшәүе күпкә еңелерәк булһын өсөн уңайлыҡтар тыуҙырҙылар, – тип рәхмәт белдерҙе Олег Мөфтәхетдинов. Тырыш ветеранға ғаилә бәхете, спортта яңы үрҙәр, эшендә уңыштар теләйбеҙ. Фото: https://t.me/zahitnikiotechictvarb/5313.