Беҙҙең халыҡта туғаның менән татыу йәшәү иң фарыз ғәмәлдәрҙән һанала. Туғандар араһындағы дуҫлыҡ – изге ҡиммәт ул. Әммә тормошта туғандарыңа әйтмәүең хәйерле булған нәмәләр ҙә бар. Психологтар, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса белгестәр бына нимәләр хаҡында туғандарға әйтмәҫкә кәңәш итә. Күпме аҡса алыуығыҙҙы Һеҙҙең килемегеҙҙең күпме булыуын туғандарығыҙҙың беомәүе хәйерле. Бигерәк тә хәлле йәшәгән кешенең аҡсаһын бүлергә яратыусылар күп була: “Бай йәшәй, шул туғаныбыҙға ярҙам итһә була инде, быныһына фатир һатып алыуға аҡса биреп тора ала инде...” - тип әйтеүсе бер-ике туғанығыҙ мотлаҡ табыласаҡ. Күпме бурысығыҙ булыуын Бурысҡа батҡан кешегә мөнәсәбәт бер кем тарафынан да яҡшы булмауы көн кеүек асыҡ. Хатта һеҙ бурысығыҙҙы үҙегеҙ түләп, кәметеп барған осраҡта ла “аҡса тота белмәй” тип, ғәйеп тағыусы буласаҡ. Нимәгә аҡса тотоноуығыҙҙы Һеҙ эшләп тапҡан аҡсаға – һеҙ хужа, уны нисек теләйһегеҙ, шулай тотона алаһығыҙ. Нисә һумға нимә алыуығыҙ тураһында бер кемгә лә отчет би