Өфөләге 18-се мәктәпте капиталь ремонтлау башланды. Мөбәрәков урамындағы учреждение бинаһы «Йәштәр һәм балалар» милли проектының (национальный проект «Молодежь и дети») «Бөтә яҡшы нәмә балаларға» төбәк проекты ярҙамында капиталь ремонтланасаҡ. Финанслау федераль, республика һәм ҡала бюджеттарынан башҡарыла, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтендә. 1982 йылда файҙаланыуға тапшырылған бинаның ҡыйығын һәм фасадын, шулай уҡ бөтә инженер коммуникацияларын ремонтлау ҡаралған. Эске белем биреү киңлеге лә тулыһынса үҙгәрә. Уҡыу кабинеттары, коридорҙар, ашхана, спорт һәм тамаша залдары, санитар-көнкүреш биналарҙың барыһы ла дизайн-проектта уңайлылыҡ һәм экология йәһәтенән уйлап башҡарылған. - Эшебеҙҙең төп һөҙөмтәләренең береһе – Өфөнөң мәғариф ойошмаларын ремонтлауға федераль аҡса йәлеп итеү. Былтыр 119-сы мәктәпте ремонтланыҡ, әле 18-се һәм 4-се мәктәптәрҙе капиталь ремонтлауға старт бирәбеҙ, ә киләһе йылға ун алты учреждение планлаштырыла, – тип хәбәр итте Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев. Яң