Билдәле блогер Дағстанға барып операция ярҙамында ашҡаҙанын кәметкәне тураһында хәбәр итә. Әйткән һүҙ - атҡан уҡ, тиҙәрме әле? Күптән түгел билдәле блогер Миләүшә Шәйхисламова Дағстанға барып операция ярҙамында ашҡаҙанын кәметеүе хаҡында хәбәр иткән ине. "Башҡорт хужабикәһе" ошо көндәрҙә үҙенең блогында операция яһатыуы тураһында һөйләй. Ни өсөн үҙебеҙҙә түгел, ә сит республикала тип һораусыларға блогер шунда уҡ яуабын да биргән. Миләүшә әйтеүенсә, беҙҙә бындай операция ҡиммәт тора, ә Дағстанда иң түбән хаҡтар булған – уға 157 мең һумға операция яһағандар. Әлегә уға күп ашарға ярамай, бары тик һурпа ғына эсә. Матур һәм һөйкөмлө булыу өсөн Миләүшәгә хәҙер үҙе яратҡан йомортҡаларҙан, манты һәм бәлештәрҙән дә баш тартырға тура киләсәк. Шуға күрә блогер кемдәр бындай процедураны эшләргә теләй, уларға кәңәштәрен дә еткергән. "Бысаҡ аҫтына ятыр алдынан 100 тапҡыр уйларға кәрәк, дуҫтарым. Операциянан һуң һеҙ рәхәтләнеп, күп итеп ашай алмаясаҡһығыҙ", - ти ул. Әйткәндәй, Миләүшәнең һәр теләген