Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бөгөн минең улыма 25 йәш тулған булыр ине...

Бөгөн 23 йәшендә генә махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Сибай концерт-театр берекмәһенең "Сибай" халыҡ бейеү ансамбле солисы, талантлы һәм дәртле бейеүсе Илнар Хәтмуллиндың тыуған көнө. Уға 25 йәш тулған булыр ине... Ике мөсәл йыл да йәшәп өлгөрмәгән һыу һөлөгөндәй егеттең ғүмере бик йәшләй генә өҙөлдө. Бөгөн уның әсәһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лариса Хәтмуллина үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә: "Бөгөн минең улыма 25 йәш тулған булыр ине, әммә ул һәр саҡ 23-тә ҡаласаҡ. Мин һине һәр ваҡыттағыса элекке кеүек ҡосаҡлай һәм ҡотлай алмайым, әммә мин һине бар йөрәгем менән ҡосам. Бөгөнгә тиклем һинең юҡлығыңа ышанмайым. Улым, һинең бер ваҡытта ла шылтыратмауыңа, яныма килмәүеңде ҡабул итеүе бигерәк тә аяныслы. Мин һинең менән ғорурланам, ҡыҫҡа ғына ғүмереңде лайыҡлы үтә алдың. Яратам, һағынам, юҡһынам", тигән яҙыу ҡалдырған. Ысынлап та, йөҙөнән һәр саҡ йылмайыу китмәгән, ойоҫҡота баҫып, иҙәндәрҙе дер һелкетеп бейегән йәш һәм дәртле бейеүсенең башҡаса Сибай сәхнәлә

Бөгөн 23 йәшендә генә махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Сибай концерт-театр берекмәһенең "Сибай" халыҡ бейеү ансамбле солисы, талантлы һәм дәртле бейеүсе Илнар Хәтмуллиндың тыуған көнө. Уға 25 йәш тулған булыр ине... Ике мөсәл йыл да йәшәп өлгөрмәгән һыу һөлөгөндәй егеттең ғүмере бик йәшләй генә өҙөлдө. Бөгөн уның әсәһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лариса Хәтмуллина үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә: "Бөгөн минең улыма 25 йәш тулған булыр ине, әммә ул һәр саҡ 23-тә ҡаласаҡ. Мин һине һәр ваҡыттағыса элекке кеүек ҡосаҡлай һәм ҡотлай алмайым, әммә мин һине бар йөрәгем менән ҡосам. Бөгөнгә тиклем һинең юҡлығыңа ышанмайым. Улым, һинең бер ваҡытта ла шылтыратмауыңа, яныма килмәүеңде ҡабул итеүе бигерәк тә аяныслы. Мин һинең менән ғорурланам, ҡыҫҡа ғына ғүмереңде лайыҡлы үтә алдың. Яратам, һағынам, юҡһынам", тигән яҙыу ҡалдырған. Ысынлап та, йөҙөнән һәр саҡ йылмайыу китмәгән, ойоҫҡота баҫып, иҙәндәрҙе дер һелкетеп бейегән йәш һәм дәртле бейеүсенең башҡаса Сибай сәхнәләрендә күреп булмаясағына әле булһа күңел ышанмай. Сөнки ул ансамблдең ҡояшы, үҙе бер талисманы һәм йөҙө ине. Һомғол ҡарағастай төҙ һәм оҙон кәүҙәле, бөркөт ҡарашлы бейеүсене башҡалар менән бутау мөмкин дә түгел ине. Уның үҙенән нур балҡып, шул нур менән бар тамашасыларҙы ҡойондороп, әсир итеп бейер ине. Күңелдә бары тик шул килеш кенә ҡалған. Әммә уның исеме онотолмай, үҙенә генә оҡшаған кескәй улы үҫеп килә. “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле шөғөлләнгән репитиция залына махсус хәрби операцияла һәләк булған талантлы бейеүсе Илнар Хәтмуллиндың исеме бирелгән. Иртәгә бейеүсенең исеменә арналған хореография коллективтарының фестиваль-конкурсы үтә. Һөйөп тә туя алмаған кәләшең, "атай" һүҙен дә әйтеп өлгөрмәгән улың ҡалды... Атай-әсәйеңдең юлын дауам итеп, бейеү сәнғәтен үҙ итеп, тамашасыларыңды һоҡландырып бейегән бейеүҙәрең... Әммә, һинең исемең, бейеүҙәрең тамашасылар күңелендә мәңге йәшәйәсәк! Тыныс йоҡла, яугир-бейеүсе! Фото: Лариса Хәтмуллинаның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән алынды.