Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

99 йәшлек тыл ветеранына миҙал тапшырылды

99 йәшлек тыл ветеранына миҙал тапшырылды

Билал ауылының тыл ветераны Әминә инәй Әхмәтоваға «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл» юбилей миҙалы тапшырылды.

Ҡотлау һүҙе менән район ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова, совет ағзаһы Зөфәр Биктимеров, Билал биләмәһенең ветерандар советы рәйесе Зәйнулла Әминев, ауыл хакимиәте башлығы Данис Иҫәнъюлов, китапханасы Райхана Булатова сығыш яһаны, изге теләктәрен еткерҙе.

-2
-3