Башҡортостан ҡалаларының барыһы ла йәшәү өсөн уңайлы, тигән хәбәр республикабыҙ өсөн һөйөнөслө ваҡиға. Былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса ҡала мөхите сифаты индексы буйынса мәғлүмәттәрҙе Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы хәбәр итте. Йәшәү уңайлылығы 36 параметр буйынса баһаланған, унда төҙөлөш тә, хәүефһеҙлек тә, транспорт инфраструктураһы ла, юлдар һәм башҡа йүнәлештәр иғтибарға алынған. Ҡалалар унда иң күбе 360 балл йыя ала. Шулай ҙа әгәр сифат индексы 181 балл һәм унан күберәк булһа, ҡала мөхите уңайлы тип иҫәпләнә. Башҡортостандан юғары индексҡа эйә булған ҡалала рәтендә Туймазы, Салауат, Өфө, Дүртөйлө, Ишембай, Яңауыл, Благовещен, Октябрьский, Сибай, Стәрлетамаҡ, Баймаҡ, Бөрө, Ағиҙел, Күмертау, Мәләүез, Учалы, Бәләбәй, Нефтекама, Дәүләкән, Белорет, Межгорье бар. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, уңайлы мөхит тыуҙырылған ҡалалар һаны республикабыҙҙа артыуға бара. Әйтергә кәрәк, 2018 йылда уларҙың һаны алтау булһа, 2024 йыл һөҙөмтәләре буйынса был һан 21-гә етә. –Ысынл