Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Пилотһыҙ авиасистемаларҙы һынау үҙәге аккредитация үтте

Башҡортостанда булдырылған Республика пилотһыҙ авиация системалары технологияларын үҫтереү өлкәһендә һынауҙар һәм компетенциялар ғилми-производство үҙәге РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы аккредитацияһын үтте. Был «Пилотһыҙ авиация системалары» милли проектының (национальный проект «Беспилотные авиационные системы») маҡсаттарына һәм бурыстарына яуап бирә. Ошо хаҡта Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм энергетика министрлығынан хәбәр иттеләр. Үҙәк Рәсәйҙә пилотһыҙ системалар етештереүҙе ойоштороу менән шөғөлләнәсәк. Ул төҙөлөп ятҡан «РВ-1» технопаркында урынлашасаҡ, унда пилотһыҙ осоу аппараттары етештереүсе предприятиелар менән берлектә эшләү планлаштырыла. Шул уҡ ваҡытта 11 Рәсәй компанияһы ғилми-производство үҙәге резиденты статусына эйә. Улар технологиялар эшләү, комплектлаусы материалдар етештереү, граждандар һәм хәрби ихтыяждар өсөн пилотһыҙ осоу аппараттарын булдырыу менән шөғөлләнә. «Пилотһыҙ авиация системалары» милли проекты ярҙамында граждандар пилотһыҙ аппараттары булдыры

Башҡортостанда булдырылған Республика пилотһыҙ авиация системалары технологияларын үҫтереү өлкәһендә һынауҙар һәм компетенциялар ғилми-производство үҙәге РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы аккредитацияһын үтте. Был «Пилотһыҙ авиация системалары» милли проектының (национальный проект «Беспилотные авиационные системы») маҡсаттарына һәм бурыстарына яуап бирә. Ошо хаҡта Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм энергетика министрлығынан хәбәр иттеләр. Үҙәк Рәсәйҙә пилотһыҙ системалар етештереүҙе ойоштороу менән шөғөлләнәсәк. Ул төҙөлөп ятҡан «РВ-1» технопаркында урынлашасаҡ, унда пилотһыҙ осоу аппараттары етештереүсе предприятиелар менән берлектә эшләү планлаштырыла. Шул уҡ ваҡытта 11 Рәсәй компанияһы ғилми-производство үҙәге резиденты статусына эйә. Улар технологиялар эшләү, комплектлаусы материалдар етештереү, граждандар һәм хәрби ихтыяждар өсөн пилотһыҙ осоу аппараттарын булдырыу менән шөғөлләнә. «Пилотһыҙ авиация системалары» милли проекты ярҙамында граждандар пилотһыҙ аппараттары булдырыла һәм ҡулланыла. Иғтибар үҙәгендә — дрондар һәм уларҙың кәрәк-ярағын эшләү, стандартлаштырыу һәм сериялы сығарыу, шулай уҡ бындай ҡоролмалар етештереү буйынса белгестәрҙе өҙлөкһөҙ әҙерләү системаһын үҫтереү. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.