Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов спорт клубтарының яңы миҙгелдәре тураһында һөйләне. - Руслан Таһир улы, республиканың профессиональ спорт клубтары финиш һыҙығына етеп килә. Әле үк ниндәй һөҙөмтәләр тураһында һөйләргә мөмкин? - Республикала, юғары ҡаҙаныштар менән бер рәттән, профессиональ спорт үҫешә. Айырыуса ”Динамо – Урал” волейбол командаһы уңыштары тураһында әйтергә кәрәк. Ул быйыл суперлигала уңышлы сығыш яһаны. Рәсәйҙең Баскетбол буйынса юғары лигаһында ҡатнашҡан “Динамо” баскетбол клубы 26 тапҡыр рәттән еңеү яуланы, бер тапҡыр ҙа еңелмәне. “Башҡортостан” гандбол клубы Рәсәй ярыштарында республика исеменән лайыҡлы сығыш яһай. “Аҡбуҙат” ир-егеттәр командаһы суперлигала ҡатнаша һәм әле Рәсәйҙең регуляр чемпионатында 10-сы урын биләй. “Өфө-Алиса” ҡатын-ҡыҙҙар командаһы ярайһы уңыштарға өлгәште – Рәсәй Юғары лигаһы командалары араһында көмөш миҙал яуланы. “Салауат Юлаев” хоккей командаһы Континенталь хоккей лигаһы лидерҙарын