Бөгөн Башҡортостандың Милли музейында “Начало” тип исемләнгән ҡайнар эмалдән эшләнгән һүрәттәрҙең үҙенсәлекле күргәҙмәһе асылды. Был күргәҙмә - үткән йәй тәжрибә рәүешендә “Шүлгәнташ” музей комплексында уҙғарылған тәүге симпозиумдың һөҙөмтәһе. Бер нисә көн дауамында Рәсәйҙең иң яҡшы рәссам-эмальерҙары Бөрйән тәбиғәтендә сәнғәт әҫәрҙәрен яҙҙы. Унда Санкт-Петербург, Грозный һәм башҡа ҡалаларҙан билдәле рәссамдар ҡатнашты. Ҡайнар эмаль – ул боронғо техника, хатта бронза быуатта уҡ билдәле булған. Ҡайнар эмалдән һүрәттәр матурлығы менән дә, ныҡлығы менән дә айырылып торған. Күргәҙмәнең нигеҙен симпозиум мәлендә төшөрөлгән 24 эш тәшкил итә. Башҡортостан тәбиғәте, Шүлгәнташ мәмерйәһе һүрәтләнеүе менән дә республикабыҙ өсөн был коллекция бик ҡәҙерле. Һүрәттәрҙең йөкмәткеһе исемдәрендә лә сағыла: “Шүлгән”, “Аҡбуҙат”, “Башҡорт ҡыҙы”, “Тирмән тауы”, “Аҡ ҡая”, “Күк күл” һәм башҡалар. Башҡортостандың Милли музейы директоры Рөстәм Исхаҡов күргәҙмәне асып, милли музей өсөн бындай стилдәге күргәҙмә ү