Ете йәше тулғас, беренсе класҡа барҙы Саша. Башланғыс кластарҙа уҡ урлашҡаны беленде. Уйын автоматтарына ылыҡты. Шунда уйнар өсөн күршеләренең кеҫәһенә төштө. Уғрылыҡ насар тигән хәҡиҡәтте аңламағас, атаһы һыҙыраһынан туҡмап та ҡараны. Юҡ, ҡуйманы был яман ғәҙәтен. Яҡшы һүҙҙе лә, туҡмаҡты ла аңламаны. Ул ҡолға әйләнгәйне. Ҡатырағына – наркоманияға күсте. Үҙенсә эшләне. Ҡайһы мәлдә һынды икән? Туғандары: “Баланы ике арала йөрөтөп боҙҙоғоҙ. Өйҙә генә тотманығыҙ. Бик иртә иреккә ебәрҙегеҙ һеҙ уны”, – тип ғәйепләне. Ялдарҙа ауылда йәшәгән өләсәһенә юллай ине. Дүрт йәштәренән былары ла өйҙә бер үҙҙәре ҡалды. Боҙолоп китмәнеләр бит. Әллә инде. Беренсе класта ла етәкләп йөрөтмәне уларҙы Фәһимә. Өйҙән сығырҙар ҙа мәктәпкә китерҙәр ине. Эт-ҡошҡа эләгерҙәр тип ҡурҡып ултырманы улар өсөн. Эштән бушаманы. Үҙе балалар баҡсаһында эшләне. Михайловка мәктәбендә – ун йыл, ҡалаға күскәс, егерме йыл ғүмере балалар баҡсаһында үтте. Үҙ балаларына яҡыныраҡ булайым тип урынлашты ла шулай ҡалды ла ҡуйҙы. Бәлки, иғтибар етмәгәндер Сашаға? 2009 йылда тыуған Никита менән бала тыуҙырыу йортонан ҡайтҡанда уның “Сәләм, әсәй!” тип компьютерына кире боролоп ултырыуын яңынан күҙҙән үткәрҙе. Шул ваҡытта ниңә балаһын ҡосаҡлап алманы, башынан һыйпап яратманы икән? Үкенестәр үҙәген өтә хәҙер. ...Улы боролдо ла үҙ донъяһына сумды. Урынынан тороп йүгереп килер, ҡосаҡлап алыр, сабыйға ҡыуаныр тип көткәнгә, улай булмағас, шаңҡып ҡалды шул Фәһимә лә. Хәҙер инде үткән һәр бер көндө, һөйләшеүҙе хәтерләргә тырышып ҡараһа ла, булдыра алмай. Әллә шул наркоз, көсөргәнеш һөҙөмтәһе. Оҙон туннелдән осоп бара, имеш. Үлектәр тартып алмаҡ булып ҡул һуҙа. Шул ваҡыт киҫкен тауыш яңғырай: “Беҙ уны юғалтабыҙ!” Ҡотҡарып алып ҡалалар шулай. ...Иң мөһиме – улы дезертир түгел. Һөйәктәрен үҙ еренә, кендек ҡаны тамған ергә алып ҡайтып ерләрҙәр, эт-ҡошҡа ем булып ятмаҫ, ер ҡуйынына биргәс, йәне тынсыр. Юғалһа, прокуратурананмы, полициянанмы килеп өйҙән эҙләгән булып йөрөрҙәр, битемә бысраҡ яғырҙар йә тип тә ҡайғырғайны ул. Улының – үҙ юлы. Аллаһ уға ҡаһармандар юлын үтергә, шәһит китергә мөмкинлек биргән, һәм ул батырҙарса вафат. Улы Тыуған иле өсөн ҡорбан булған. Ниндәй яңылышлыҡтарыңа ҡарамай, һуңғы һулышыңды алғанда “лә илаһи иллалла” тиһәң, Хаҡ Тәғәлә бөтә гонаһтарыңды ярлыҡай, ти. Эсеп йә дозаны артыҡ ҡулланыуҙан харап булһа, уның йәне ҡотҡарылыуға өмөт итә алмаҫ ине. Ә бында ярлыҡаныуға өмөт бар. Ә инде икенсе тапҡыр тыуыу ихтималы булһа, уның кармаһы таҙарып, яҡшыраҡ йәшәүгә эләгеүе мөмкин. * * * ...Түше ярылып килә йәш әсәнең. Күкрәгенә төшкән һөттө ярты стакан һауып ала, яртыһы –ҡаймаҡ. Башҡа ҡатындар һөттәре юҡлыҡтан интегә. Ә Фәһимә сығарып түгә. Антибиотик алғас, сабыйға күкрәк һөтө ярамай, тиҙәр. Ярай имеҙергә рөхсәт юҡ, ниңә күрһәтмәйҙәр һаман? Фәһимә хәтерләмәй, биш көн үттеме, әллә унмы? Бер шәфҡәт туташының: “Күрһәтһәк, баш тартыр тип ҡурҡабыҙ”, – тигәненә аптырай. Нисек үҙ сабыйыңдан баш тартмаҡ кәрәк? Хәтһеҙ ваҡыт үтте бит инде. Фәһимә, ауырлыҡ менән аяғына баҫып, бәҙрәфкә йөрөй башланы. Ҡорһағы йыртылып килгән кеүек ауырта. Бөкрәйеп кенә атлай. Шәфҡәт туташтарынан яуап ала алмағас, санитарка Маша әбейгә өндәште: “Алып барығыҙсы мине сабыйыма!” Яйлап ҡына бәпестәр ятҡан түбәнге ҡатҡа төшәләр. Фәһимәнең күҙҙәренә йәш тығыла. Бына ул тәүге осрашыу! Сабыйғынаһы алһыу ғына сикәләрен упайтып йоҡоға талған. Һылыу ғына үҙе! Тигеҙ генә тын ала. Танауғынаһы ҡалай матур! Ул – өҙөлөп көткән танһыҡ, ғәзиз бала! Уны күргәндән һуң Фәһимә тынғылығын юйҙы: “Алып килегеҙ миңә баланы! Нимә уйлап һеҙ уны айырым тотаһығыҙ? Йәнегеҙ юҡтыр һеҙҙең!” – тип ярһып өндәшеүенә уны тынысландырырға ашыҡтылар. – Оҙаҡ тыумай ятҡанға оло кешенеке һымаҡ һырҙары барлыҡҡа килгән сабыйығыҙҙың. Күргәс тә ҡурҡырһығыҙ, әҙерәк матурайһын, ипкә килһен, тип уйланыҡ. Һеҙ былай ҙа антибиотикта, барыбер күкрәк һөтөн имеҙергә ярамай бит, – тип теҙҙе шәфҡәт туташы. Бына Фәһимә тыумаҫ борон ҡартайған, бабай булып тыуған балаһын күкрәгенә ҡыҫа. “Мап-матур малай. Алтын тояғым”, – тип ярата ул һынһыҙ кәүҙәле, башы өлкән кешенеке кеүек тыуған балаһын. Ятҡан һыуы йәп-йәшел, һаһыҡ ине, тиҙәр. Елпеү, сихыр ҡағылманымы икән үҙенә? Иң мөһиме – баланың зиһененә зыян килмәһен, аҡыллы, тәүфиҡлы булһын балам. Ун ике көн тигәндә сығарҙылар уларҙы дауахананан. Фәһимә өсөн ире, ҡәйнәһе ҡан биргән. Хәтерендә: шыйыҡса уның ҡан тамырҙары буйлап аға, ҡапыл ул ҡалтыранып китә лә система шешәһе әллә ҡайҙа оса. Ул тәгәрәп барып селтерҙәп ярыла. Үҙе лә упҡынға тәгәрәй. Уны әйләндереп, умыртҡа һөйәгенә укол ҡаҙайҙар. Шул бер ҡурҡыныс кинонан өҙөк кеүек кенә хәтеренә уйыла. Ә Сашаның хәтере шәп ине. Бер ҡасан да телефондар йә адрестар яҙылған блокнот йөрөтмәне. Әллә күпме телефон номерын ул яттан белә ине. Ике йә өс мең номерҙы башында тота ала ине. Үҙенсә, даһи кеше булғандыр инде. * * * Кристина башта уның тауышын танымай. – Был кем? Һеҙгә кем кәрәк? – Алло, ошо номер бер ҙә хәтеремдән юйылмай. Кем әле был? – Саша... Сашенька, мин дә һине онота алмайым... – Һаумы, бәғерем! – Һау әле! Үҙең нисек? Шул ваҡыт теге оста Сашаның тулҡынланып нимәнелер шаптырлатҡаны ҡатындың ҡолағына салына. – Мине ҡыума. Тауышыңды ғына ишетәйем, Кристи... – Гел хәтеремдә өйөрөләһең һуңғы ваҡыт. Бәлки, әйтеп аңлатырға кәрәк булғандыр, мин бит ир ҡатыны. Алмалай ике балабыҙ бар. Береһе – ул, береһе – ҡыҙ. Юлдарыбыҙ мәңгелеккә айырылған... – Өндәшмә, һөйләмә ул хаҡта. Кристи, иҫләйһеңме, һин миңә һәр ваҡыт “бәләкәсем” ти инең. Ә мин шундай бәһлеүән... Һин шундай сибек, ҡыяҡ үлән кеүек кенә, ҡаҙ мамығы шикелле еп-еңел. Мин һине күтәреп алам да зы-ы-ыр әйләндерәм. Һин төшөрөргә үтенәһең, тыпырсынаһың, ә мин һине ебәрмәйем, – шул мәлдә Сашаның тауышы ҡалтырай. – Йә, етәр, ғазаплама мине... Әйттем бит... – Шуны бел: һине берәү ҙә минең кеүек ярата алмаясаҡ! – Шулайҙыр. Тик ҡабат шылтыратма, онот! Йәме! Һуңғы һүҙҙе Саша тыңлап та тормай, шылтыратыуын өҙә. Нисек башланып китте һуң әле танышлыҡтары? Кристи туғыҙынсы кластан һуң СПТУ-ға уҡырға килгәйне. Саша ла шунда уҡый ине ул саҡта. Ҡыҙға – 14, ә егеткә 16 йәш ине. Бер күреүҙән ғашиҡ булдым, тиҙәр бит әле. Уларҙың да бер-береһен таныуы бер керпек елпкән арала ғына булды. – Саша, нимәңде ҡарап ҡаттың унда! Әйҙә! – тип һөйрәкләне иптәш егеттәре. – Был ҡыҙ кем ул? – Кристина бит ул, тегенселәр курсында уҡый. Иҫең киткән икән, – ти иптәш егете Тимур, серт төкөрөп. Ундайҙар быуа быуырлыҡ, йәнәһе. Саша һорашып белде: ҡыҙыҡай Красная Башкирия ауылынан икән. Апаһы менән өләсәйҙәрендә йәшәйҙәр. Әсәһе икенсе иргә кейәүгә сығып, ҡайҙалыр Силәбе яҡтарына китеп олаҡҡан. Ҡыҙҙың оялсан ғына йылмайыуы, шафталы кеүек наҙлы йөҙө, зәп-зәңгәр ҙур күҙҙәре егеттең күҙ алдынан китмәне. Әллә ниндәй аңлашылмаған йылы тулҡын йүгерә ине уны уйлау менән. “Юлына арҡыры төшәм дә ҡулын шаҡарып алып китәм...” тигән бәйләнешһеҙ уйҙарының осона сыға алмай егет. Бына дискотека. Ҡыҫҡа итәкле сибек кенә ҡыҙ талғын көйгә бейей. Алдына Саша сыға. Саша уның алдында үҙен дейеү кеүек тоя. Ә ҡыҙ аҡҡош, әйтерһең... – Ҡайҙан аҙашып килеп сыҡтың һин, ҡыҙый?! Хәҙер бына йомарлап алам да урлап ҡасам да китәм һине... Ҡыҙға һылыу егеттең ҡыйыулығы мәҙәк тойола. Бейей-бейей ҡаса, йәшенә, ә йыртҡыс йылғырлығы уянған егеттең ҡаны ҡыҙа... Уның байы ярһый. Бөтә ярһыуын бейеүгә һала, бер ҙурая, бер кесерәйә. Ҡыҙҙың алдында бөгөлөп-һығыла. Аусы ҡомары уны ярһыта, табышын ул бер нисек тә ҡулдан ысҡындырмаясаҡ! Күтәреп алып сыға дискотеканан Саша Кристинаны. – Етәр, төшөр, – тип сәбәләнә ҡыҙ. – Йә, ярай, мин бит шаярттым ғына. Мин һине берәүгә лә йәберләргә бирмәм! Хатта үҙемә лә! – тип өҫтәй Саша. Шулай дуҫлашып китә улар. Саша үҙендә ҡабынған һөйөү осҡонон баҫырға ла тырышып ҡарай. “Ярай, ҡыҙыҡайҙы, ана, ғашиҡ та иттең. Тоғро ҡолоң кеүек күҙеңә генә ҡарап тора бит. Һиңә табына. Ә һин, урам малайы булып танылған, тартҡан һәм... урлашҡан бер һәпрә, уның һөйөүенә лайыҡмы? Минән яҡшыраҡтар бар, алда уның күп егеттәре булыр, был хаҡта үҙенә әйтеп, араларҙы өҙөргә лә ҡуйырға”, – тип уйлап, ҡыҙға боҙ һалҡынын ебәрә, уның үтенестәренә лә битарафлыҡ күрһәтергә тырыша. Килһен, инәлһен ине үҙе. Ә юҡ, уның һайын Кристина ла унан алыҫлашҡан кеүек. Ул өндәшмәһә, ул да ҡырыҫлана, ҡаса башлай. Бер ваҡыт үҙен ҡулынан эләктереп алғас, тура ҡарамай ғына һүҙ башлай: – Саша, беҙ дуҫлаша алмайбыҙ. Марина апайым һинең хаҡта белеп ҡалған да өләсәйҙәремә әйткән. Ә улар һинең менән дуҫ булыуыма ҡаршы, сәбәбен беләһең. Дискотекалар минең өсөн бөттө. Сыҡмайһың, йөрөмәйһең, тиҙәр. Ҡыҙҙың һөйләгәнен ике ҡулын кеҫәһенә тығып, эре генә тыңлап торған егеттең күҙҙәрендә башта өмөтһөҙлөк осҡондары уянды, аҙаҡ улар асыу булып тоҡанды. – Ә, һеҙ шулаймы? Улайһа, мин уҡыуымды ташлайым! Мине бер ҡасан да күрмәҫһең. Саша шулай уҡырға йөрөмәҫ булды. Тик Кристинаның дәрестән сыҡҡанын һағауыллап тороп, уны оҙатып ҡуйҙы ҡайһы ваҡыт. – Әйттеңме уларға, Саша училищенан китте тип? Һине тыныслыҡта ҡалдырҙылармы? – Юҡ, апайым беҙҙең барыбер осрашыуыбыҙҙы белгән дә мине Магнитогорскиҙағы СПТУ-ға күсерергә уйлаған. Унан һин мине таба алмаҫһың, тыныслыҡта ҡалдырырһың, тип уйлайҙар. Саша шул саҡ һүгенеп ебәрә. – Иҫәрҙәр! Ә һин беләһеңме, мин үҙем шунан. Атайым менән әсәйем йәшәй унда. Ярай, күсерһендәр...
Ете йәше тулғас, беренсе класҡа барҙы Саша. Башланғыс кластарҙа уҡ урлашҡаны беленде. Уйын автоматтарына ылыҡты. Шунда уйнар өсөн күршеләренең кеҫәһенә төштө. Уғрылыҡ насар тигән хәҡиҡәтте аңламағас, атаһы һыҙыраһынан туҡмап та ҡараны. Юҡ, ҡуйманы был яман ғәҙәтен. Яҡшы һүҙҙе лә, туҡмаҡты ла аңламаны. Ул ҡолға әйләнгәйне. Ҡатырағына – наркоманияға күсте. Үҙенсә эшләне. Ҡайһы мәлдә һынды икән? Туғандары: “Баланы ике арала йөрөтөп боҙҙоғоҙ. Өйҙә генә тотманығыҙ. Бик иртә иреккә ебәрҙегеҙ һеҙ уны”, – тип ғәйепләне. Ялдарҙа ауылда йәшәгән өләсәһенә юллай ине. Дүрт йәштәренән былары ла өйҙә бер үҙҙәре ҡалды. Боҙолоп китмәнеләр бит. Әллә инде. Беренсе класта ла етәкләп йөрөтмәне уларҙы Фәһимә. Өйҙән сығырҙар ҙа мәктәпкә китерҙәр ине. Эт-ҡошҡа эләгерҙәр тип ҡурҡып ултырманы улар өсөн. Эштән бушаманы. Үҙе балалар баҡсаһында эшләне. Михайловка мәктәбендә – ун йыл, ҡалаға күскәс, егерме йыл ғүмере балалар баҡсаһында үтте. Үҙ балаларына яҡыныраҡ булайым тип урынлашты ла шулай ҡалды ла ҡуйҙ