🪐 Йондоҙнамә 16 апрель 2025 ▶️ Ылаҡ (22.12-20.01): Энергияғыҙ ташып тора, был һеҙгә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә булышлыҡ итер. Көтөлмәгән хәлдәргә аптырап ҡалмаҫһығыҙ. Бөгөн һеҙ айырыуса тура һүҙле һәм ғәҙел. ▶️ Һыуғояр (21.01-19.02): Бөтә нәмә һеҙ теләгәнсә бармаһа ла, эшегеҙҙе уңышлы атҡарып сыға алырһығыҙ. Тәжрибәле хеҙмәттәшегеҙҙең, өлкән туғандарығыҙҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалырға тырышығыҙ. ▶️ Балыҡ (20.02-20.03): Кешене тыңла – үҙеңсә эшлә, тигән мәҡәл бөгөн һеҙгә тап килә. Кемделер тыңлап, күңелегеҙгә ятмаған эште башҡармағыҙ. ▶️ Ҡуҙы (21.03-20.04): Бөгөн ҡуҙылар бигерәк тә һөйкөмлө, ылыҡтырғыс көскә эйә. Шуға ла барыһы ла һеҙгә тартылыр. Кискә ҡарай яҡындарығыҙҙың проблемаһын хәл итешергә тура килер. ▶️ Буға (21.04-21.05): Файҙалы бәйләнештәр булдырыу өсөн уңышлы көн. Тамамланмаған эштәрегеҙҙе теүәлләргә, документ эштәрендә тәртип булдырыу өсөн иң уңай ваҡыт. ▶️ Игеҙәктәр (22.05-21.06): Көн ыңғай һөҙөмтәләргә бай. Йондоҙҙар һеҙгә ҡабаланмаҫҡа һәм уйланмаған вәғәҙәләр бирмәҫкә кәңәш