Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, муниципалитет хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын йыл һайын 21 апрелдә билдәләй. Ошо туралғы указға 2012 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. – Ҡәҙерле дуҫтар! Муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең намыҫлы хеҙмәте республикабыҙ ҡалалары һәм райондары халҡы өсөн бик мөһим. Һеҙ көн һайын муниципалитеттар эшен ойоштораһығыҙ, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итәһегеҙ. Кешеләрҙең һорауҙарына яуап бирәһегеҙ, уларҙың файҙалы башланғыстарын хуплайһығыҙ. Һеҙҙең эшегеҙ профессионализм, киң компетенциялар ғына түгел, ә кешеләргә иғтибар, юғары яуаплылыҡ талап итә. Быйыл март айында ҡабул ителгән урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһындағы федераль закон төбәктәргә муниципаль властың структураһын үҙ аллы билдәләү хоҡуғын бирә. Республикабыҙҙа ауыл һәм ҡала биләмәләре менән ике кимәлле муниципаль идара итеү системаһы үҙенең һөҙөмтәлелеген иҫбатланы, шуға күрә беҙ ғәмәлдәге системаны һаҡлап ҡалырға, яҡшы традицияларҙы һәм эшләнмәләрҙе дауам итергә ҡарар иттек.
Урындағы үҙидара көнө алдынан дәүләт наградалары тапшырылды
15 апреля 202515 апр 2025
2 мин