Илеш районының Баҙытамаҡ ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Илфат Рифат улы Закиров 2023 йылдың сентябрендә генә ошо вазифаға һайланып ҡуйылһа ла, үҙен булдыҡлы етәксе итеп күрһәтеп өлгөргән. Быға ғәжәпләнергә лә түгел, сөнки уның бар тормош юлы ошо ерҙән айырылмаған, урындағы халыҡты ла яҡшы белә, ауылдаштарының һулышы ла яҡшы таныш. Илфат Рифат улы 1986 йылда Баҙытамаҡ ауылында тыуып үҫкән. 2004 йылда Башҡортостан ауыл хужылығы университетын тамамлағас, ике йыл хеҙмәт итә. Ватан алдында бурысын үтәп ҡайтҡас, 2006 йылда “ХХII партсъезд” ауыл хужалығы кооперативы ветеринар табип булып эшкә урынлаша. 2012 – 2013 йылдарҙа Этәй ауылында “Правда” ауыл хужалығы кооперативында бер йыл ветеринар булып эшләгәндән һуң шәхси предприятиеһын аса. Ул ауыл биләмәһе башлығы булып эшләгән осорҙа үҙен яуаплы, инициативалы, намыҫлы, үҙенә һәм коллективҡа талапсан етәксе итеп күрһәтә. Үҙ бурыстарын яҡшы белә, һәр эште алдан планлаштырып, маҡсаттарҙы билдәләй. Уның оҫта етәкселеге аҫтында ауыл биләмәһе был