Найти в Дзене

Ҡыуандырабыҙ – йылыта!

Башы әйләнде быйылғы яҙҙың. Март аҙағында эҫетте, апрель уртаһында бурап-бурап ҡар яуа. Бөгөн иртә менән Өфөлә епшек ҡар ҡоторҙо. Тағы нимә көтөргә? Республика синоптиктары аҙна башына һауа торошон иғлан итте. Ҡыуандырабыҙ – йылыта! Бөгөн иртән ҡар яуҙы, ел тәүҙә көньяҡ-көнбайыштан, һуңынан төньяҡ-көнбайыштан талғын иҫә. Көндөҙгө температура +7, +12 градус тәшкил итәсәк. Киләһе тәүлектә һауа торошо ваҡытлыса яҡшырасаҡ. Шишәмбе, 15 апрелдә, яуым-төшөм фаразланмай, көнбайыштан талғын ел иҫә. Төнгө термометр күрһәткестәре +1, -4 градусҡа тиклем төшәсәк, ә көндөҙ һауа +10, +15 градусҡа тиклем йылына. Шаршамбы, 16 апрелдә, урыны менән яуым-төшөм көтөлә. Төньяҡ-көнбайыштан иҫкән ел уртаса көсөн һаҡлай. Температура режимы йомшарыуын дауам итә: төндә 0, +5, көндөҙ +14, +20 градусҡа тиклем йылыта. Метеорологтар билдәләүенсә, ямғырлы һауа торошона ҡарамаҫтан, температура күрһәткестәре йылдың ошо миҙгеле өсөн климат нормаһынан юғарыраҡ булып ҡаласаҡ. Әлиә Хужәхмәтова фотоһы.