Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Химия тармағында кадрҙар әҙерләүгә 60 миллион һум аҡса бүләләр

Вуз-ара студенттар кампусы резиденты Өфө фән һәм технологиялар университеты конкурс буйынса һайлап алыуҙы үтте һәм яңы материалдар, химия, нанотехнологиялар һәм керамика өлкәһе предприятиелары һәм ойошмалары өсөн кадрҙар әҙерләүгә 60 миллион һум аласаҡ. Проект Рәсәй Федерацияһының «Рәсәйҙең фәнни-технологик үҫеш стратегияһы» һәм «Милли проекттар» кеүек документтарҙа билдәләнгән Стратегик маҡсаттарына тап килә. Өҫтәмә белем биреү өлкәһендәге «Яңы материалдар һәм химик технологиялар: Рәсәйҙең технологик лидерлығы өсөн кадрҙар әҙерләү» проектын тормошҡа ашырыу студенттарға өҫтәмә квалификация алырға һәм предприятиеларҙа стажировка ваҡытында практик күнекмәләр формалаштырырға ярҙам итәсәк. 60 миллион һумдың яртыһы - федераль бюджеттан, ҡалғаны - предприятиелар яғынан берлектә финанслау. - Беҙ һигеҙ өҫтәмә һөнәри программа буйынса инновацион технологияларҙы һәм материалдарҙы производство процестарына индерергә һәләтле кәм тигәндә 470 белгес әҙерләргә тейешбеҙ: бер һөнәри ҡайтанан әҙерләү пр

Вуз-ара студенттар кампусы резиденты Өфө фән һәм технологиялар университеты конкурс буйынса һайлап алыуҙы үтте һәм яңы материалдар, химия, нанотехнологиялар һәм керамика өлкәһе предприятиелары һәм ойошмалары өсөн кадрҙар әҙерләүгә 60 миллион һум аласаҡ. Проект Рәсәй Федерацияһының «Рәсәйҙең фәнни-технологик үҫеш стратегияһы» һәм «Милли проекттар» кеүек документтарҙа билдәләнгән Стратегик маҡсаттарына тап килә. Өҫтәмә белем биреү өлкәһендәге «Яңы материалдар һәм химик технологиялар: Рәсәйҙең технологик лидерлығы өсөн кадрҙар әҙерләү» проектын тормошҡа ашырыу студенттарға өҫтәмә квалификация алырға һәм предприятиеларҙа стажировка ваҡытында практик күнекмәләр формалаштырырға ярҙам итәсәк. 60 миллион һумдың яртыһы - федераль бюджеттан, ҡалғаны - предприятиелар яғынан берлектә финанслау. - Беҙ һигеҙ өҫтәмә һөнәри программа буйынса инновацион технологияларҙы һәм материалдарҙы производство процестарына индерергә һәләтле кәм тигәндә 470 белгес әҙерләргә тейешбеҙ: бер һөнәри ҡайтанан әҙерләү программаһы һәм ете квалификацияны камиллаштырыу программаһы. Улар буйынса уҡыу менән бер үк ваҡытта өҫтәмә квалификация алған предприятие хеҙмәткәрҙәре һәм университетыбыҙ студенттары уҡый ала, – тип аңлатма бирҙе Өфө фән һәм технологиялар университетының Өҙлөкһөҙ белем биреү институты директоры Татьяна Великжанина. Был белем биреү проектын тормошҡа ашырыуҙа Өфө университетының партнерҙары булып эре етештереүселәр ҙә, бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре лә, яңы материалдар етештереү, нефть һәм газ сығарыу һәм эшкәртеү, нефть химияһы, машина һәм приборҙар эшләү өлкәһендә динамик үҫешкән производство предприятиелары тора. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/26541/