Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Радий Хәбиров: “Уларҙан күп кешелек сифаттарына өйрәнергә мөмкин”

Бөгөн, 14 апрелдә, Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Именлек» республика геронтология үҙәге тәрбиәләнеүселәре Николай Зубов, Альбина Хәйретдинова һәм Эльвира Шафиҡова менән осрашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: төбәк етәксеһенең учреждениеға һуңғы сәфәре барышында Николай исемле егет Башҡортостан Башлығы кабинетын күрергә теләүе хаҡында әйткәйне. Бөгөн ул дуҫтары менән осрашыуға килде. Радий Хәбиров үҙенең эш урынын күрһәтте, ҡунаҡтар менән аралашты һәм уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Николай Зубов 1981 йылда Учалыла тыуған. Серафимовка йорт-интернатында, ә Һуңынан Яңауыл психоневрология интернатында йәшәй. 2018 йылдан алып “Именлек” үҙәгендә. Бында ул слесарь-сантехник булып эшләй, учреждениеның йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, вокал менән мауыға. Альбина Хәйретдинова һәм Эльвира Шафиҡова Николай менән Серафимовка йорт-интернатында танышыуҙары һәм шул ваҡыттан алып дуҫ булыуҙары хаҡында һөйләне. Һуңынан яҙмыш уларҙы айырған, әммә бер нисә йылдан һуң улар «Именлек»

Бөгөн, 14 апрелдә, Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Именлек» республика геронтология үҙәге тәрбиәләнеүселәре Николай Зубов, Альбина Хәйретдинова һәм Эльвира Шафиҡова менән осрашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: төбәк етәксеһенең учреждениеға һуңғы сәфәре барышында Николай исемле егет Башҡортостан Башлығы кабинетын күрергә теләүе хаҡында әйткәйне. Бөгөн ул дуҫтары менән осрашыуға килде. Радий Хәбиров үҙенең эш урынын күрһәтте, ҡунаҡтар менән аралашты һәм уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Николай Зубов 1981 йылда Учалыла тыуған. Серафимовка йорт-интернатында, ә Һуңынан Яңауыл психоневрология интернатында йәшәй. 2018 йылдан алып “Именлек” үҙәгендә. Бында ул слесарь-сантехник булып эшләй, учреждениеның йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, вокал менән мауыға. Альбина Хәйретдинова һәм Эльвира Шафиҡова Николай менән Серафимовка йорт-интернатында танышыуҙары һәм шул ваҡыттан алып дуҫ булыуҙары хаҡында һөйләне. Һуңынан яҙмыш уларҙы айырған, әммә бер нисә йылдан һуң улар «Именлек»тә осрашҡан һәм бер-береһе тураһында хәстәрлек күреүҙәрен дауам итәләр. Эльвира күптән түгел ашнаҡсы һөнәрен үҙләштергән һәм үҙәктә һөнәре буйынса эшләргә ниәтләй. Альбина ла ошонда уҡ тегенсе булып эшләй. Ҡунаҡтар Радий Хәбировҡа геронтология үҙәгенең яңы заманса корпусы өсөн рәхмәт белдерҙе. – Беҙгә унда бик оҡшай. Хеҙмәткәрҙәр яҡшы. Директор Зөлфирә Радик ҡыҙына рәхмәт, ул беҙгә һәр саҡ яҡшы мөнәсәбәттә. Мин уны әсәйем кеүек күрәм, – тине Николай Зубов. Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы осрашыуҙан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. – Ҡунаҡтар менән ихлас аралаштыҡ, яҙмыштары тураһында күп мәғлүмәт белдем, – тине Радий Хәбиров. – Уларҙың ғаиләһе лә, туғандары ла юҡ, шул уҡ ваҡытта уларҙан күп кешелек сифаттарына өйрәнергә мөмкин. Үҙ-ара бик дуҫ, һәр ваҡыт бер-береһенә ярҙам итәләр. Йылмайып йәшәйҙәр, бәлки, ҡайһылыр яҡтан ҡарағанда, беҙгә ҡарағанда бәхетлерәктәрҙер ҙә... Сығанаҡ: glavarb.ru