Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Донорҙар көнө хөрмәтенә йыл да Ҡан һәм елек майы донорлығы аҙнаһын үткәрә. Уның төп маҡсаты –граждандарға ҡан донорлығы мөһимлеге һәм донорлыҡ ҡағиҙәләре тураһында аңлатыу, дөрөҫ мәғлүмәт биреү. Ғилми тикшереүҙәр һәм практик күҙәтеүҙәр 500 миллилитрға тиклем күләмдә ҡан биреүҙең кеше сәләмәтлеге өсөн зыянһыҙ икәнен иҫбатланы. Даими рәүештә тапшырылған ҡан донациялары донор организмына яҡшы тәьҫир итә. Ҡан алыуға нисек әҙерләнергә? Донация алдынан һәм ҡан биргән көндә майлы, тоҙло-боросло һәм ыҫланған аҙыҡтарҙы, колбаса изделиеларын, шулай уҡ ит, балыҡ, һөт ризыҡтарын, йомортҡа һәм майҙы ҡулланыу тыйыла, ти белгестәр. Иң яҡшыһы – варенье менән сәй эсеү, төрлө һут һәм морстар, компот, минераль һыу ҡулланыу ҙа һәйбәт. Икмәк, сохарый, сушки, һыуҙа бешерелгән бутҡа, макарондар, йәшелсә һәм еләк-емеш (авокадо, сөгөлдөр һәм банандан башҡа) был көндө туҡланыу өсөн һәйбәт аҙыҡтар. Учреждениеға килгәнгә тиклем 48 сәғәт алда алкоголь ҡулланыу тыйыла, ә 72 сәғәткә тикле