Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

74 йәшлек ҡатын һәләк булған, ҡыҙы һәм ике ейәнсәре саҡ сығып ҡотолған

15 апрель кисендә Яңауыл ҡалаһындағы шәхси йорттарҙың береһендә янғын сыға. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары һәм ирекмән янғын һүндереүселәр 25 квадрат метр майҙанда утты һүндерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡотҡарыу эше барышында йорттоң бер бүлмәһендә ирҙең йәнһеҙ кәүҙәһе табыла. Бөгөн төндә Благовар районының Благовар ауылында шәхси йорттағы янғынды һүндергәндә ике кешенең – 41 йәшлек ирҙең һәм ҡатындың кәүҙәһе табылған (шәхестәре аныҡлана). Шулай уҡ бөгөн төндә Стәрлетамаҡ районының Талалаевка ауылында шәхси ағас йорт янған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ут 74 йәшлек ҡатындың ғүмерен өҙгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе белдереүенсә, янғын ваҡытында һәләк булған ҡатындан тыш уның ҡыҙы һәм ике ейәнсәре булған, улар өйҙән сығып өлгөргән. Һәр янғын осрағының сәбәптәре асыҡлана, урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә Башҡортостанда янғын һүндереүселәр

15 апрель кисендә Яңауыл ҡалаһындағы шәхси йорттарҙың береһендә янғын сыға. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары һәм ирекмән янғын һүндереүселәр 25 квадрат метр майҙанда утты һүндерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡотҡарыу эше барышында йорттоң бер бүлмәһендә ирҙең йәнһеҙ кәүҙәһе табыла. Бөгөн төндә Благовар районының Благовар ауылында шәхси йорттағы янғынды һүндергәндә ике кешенең – 41 йәшлек ирҙең һәм ҡатындың кәүҙәһе табылған (шәхестәре аныҡлана). Шулай уҡ бөгөн төндә Стәрлетамаҡ районының Талалаевка ауылында шәхси ағас йорт янған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ут 74 йәшлек ҡатындың ғүмерен өҙгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе белдереүенсә, янғын ваҡытында һәләк булған ҡатындан тыш уның ҡыҙы һәм ике ейәнсәре булған, улар өйҙән сығып өлгөргән. Һәр янғын осрағының сәбәптәре асыҡлана, урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә Башҡортостанда янғын һүндереүселәр 39 янғынды һүндергән, шуларҙың 15-е торлаҡ секторҙа булған. Күреүебеҙсә, ут һаҡһыҙлыҡты, битарафлыҡты, яуапһыҙлыҡты ғәфү итмәй. Бер төндә дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән тип әйтеүе лә, хатта уйлауы ла ауыр, әммә был булған хәлдәр. Ошо фажиғәләрҙән һабаҡ алһаҡ ине - янғын хәүефһеҙлеген теүәл үтәйек, янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдар ҡуяйыҡ, өлкән йәштәге кешеләрҙе һәм балаларҙы яңғыҙ ҡалдырмайыҡ, боҙоҡ электр ҡорамалдарын файҙаланмайыҡ, насар тороштағы мейескә ут яҡмайыҡ. Шулай уҡ ҡоро үләндәрҙе үртәмәйек. Һәләк булғандарҙың яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.