Замандашыбыҙ Әнүзә Мусина ике халыҡ рецебын тәҡдим итә. Сәләмәтлеге ҡаҡшағас, дарыуҙар ярҙам итмәгәс, ул шуларҙы ҡуллана. Һәм, ысынлап та, яфаланыуҙары бөтә. "Ҡан баҫымынан һәм быуындар һыҙлағанда ҡулланыла торған ике халыҡ рецебын тәҡдим итәм. Бик ҽңел һәм бик ябай улар. Миңә файҙаһы бик ныҡ тҽйҙе. Алланың биргәненә сикһеҙ рәхмәтлемен. Ярты төндән услап дарыу ашай инем. Бына шул төнәтмәләрҙе яһап эсә башлағас, Аллаға шөкөр, дарыуҙар эсмәйем. Был рецепттар Интернеттан алынды. Ни булһа ла булыр тип, эсеп ҡараным. Беренсе порцияны эсеп бөтөрөүгә үк, Аллаһ ярҙамы мҽнән, файҙаһын күрҙем.ҠАН БАҪЫМЫНАН, БЫУЫНДАР ҺЫҘЛАУЫНАН.Өс литрлыҡ банкаға уртаса ҙурлыҡтағы ике сҽй ҡыҙыл сөгөлдөрҙө таҙартып, шаҡмаҡлап турап һалдым. Өҫтөнә бүлмә температураһындағы ҡайнаған һыу ҡойҙом. Бер сәй ҡалағы ҡорт балын ярты стакан һыуҙа болғатып, банкаға һалдым. Әҙ генә асыҡ ҡалдырып, капрон ҡапҡас яптым. Биш көн һалҡынса урында тоттом. Өҫтөндәге күбеген йыйып алғас, марля аша һөҙөп, төнәтмәне ашар алдынан, йә ашаға