Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Ҡыҙым тыуғас, йүгереп йөрөп эшләй башланым"

Башҡорт эстрадаһы артисы Алтынай Вәлитов, ниһайәт, йортона күскән. Ул ошо хаҡтағы ҡыуаныслы хәбәрен уртаҡлашты. “2024 йылға мотивация – бала табығыҙ! Ниһайәт, өйгә күстек. Мин инде ярты йыл социаль селтәрҙә бөтәһен дә күрһәтеп барҙым. Барығыҙға ла бәхет, шатлыҡ һәм күп аҡса теләйем!” – тип яҙған ул “Бәйләнештә” төркөмөндәге сәхифәһендә. “Ниһайәт, аш бүлмәһендә эштәрҙе тамамланыҡ, йыһаздар алдыҡ, ҡороп бөттөк. Бында - телевизор өсөн тумба, бында - стеллаж, диван. Баҫҡыс әлегә юҡ, беренсе ҡатты эшләнек. Бына ишек төбөндәге йыһаздар. Әҙерәк бардак инде. Бында йоҡо бүлмәһе. Бәҙрәф. Дуҫтар, ошо ремонт ике миллион һум тирәһе булды. Ярты йылда ремонтты тамамланыҡ. Нимә әйтәһем килә, әлбиттә, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеп шулай аҡса таптым. Икенсенән, дәртләндереүсе – ҡыҙым. Ҡыҙым тыуғас, мин йүгереп йөрөп эшләй башланым, мөмкинлектәр ҙә килеп сыға. Шуға күрә, дуҫтар, бала табығыҙ!” – тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша Алтынай Вәлитов. Афарин, йәштәр һәр саҡ шулай дәртләнеп донъя көтһөн, балалар үҫтерһен. Фото: скриншот Видеояҙма: vk.com/bboyva?w=wall74791579_19206