Ишембай районының Алаҡай ауылындағы күл буйында йыл һайын Яңы йыл ҡаласығы эшләнә. Байрам осоронда ул халыҡтың яратҡан ял урынына әүерелә. Быйыл да “Ҡышҡы уйындар” олоһон да, кесеһен дә йәлеп итте. Ҡупшы шыршы, боҙҙан эшләнгән Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, йыл хужаһы Аждаһа һындары байрам биҙәге булды. Балалар рәхәтләнеп тауҙан шыуҙы, ағастан яһалған каруселгә саналар тағып әйләнеүҙән дә байрам ҡунаҡтары кинәнес алды. Бынан тыш, күл буйы ҡыҙыҡлы уйындарҙан гөрләп торҙо: тоҡ кейеп йүгереүҙә, арҡан тартышыуҙа өлкәндәр ҙә ихлас ҡатнашты. Күл буйында самауыр ҡайнатып, сәй эсеп байрамдан ҡәнәғәт таралышты ауылдаштар. Фото: ауыл хакимиәте архивынан.