Россельхознадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы Хәйбулла районынан Ҡаҙағстанға экспортҡа әҙерләнгән 188 тонна сафлор орлоғо партияһын контролдә тотҡан. Үҫемлектәр карантины, иген сифатын контролдә тотоу һәм орлоҡ контроле бүлеге белгестәре һайлап алған орлоҡ өлгөләре “Федераль хайуандар һаулығын һаҡлау үҙәге” (“ВНИИЗЖ”) федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Башҡортостан һынау лабораторияһында фитосанитар тикшеренеүҙәр үтте. Майлы культурала энтомологик һәм гербологик экспертизалар һөҙөмтәләре буйынса карантин организмдары асыҡланмаған, бөтә оҙатылған тауар импортлаусы илдең карантин фитосанитар талаптарына тап килә. “Федераль хайуандар һаулығын һаҡлау үҙәге” (“ВНИИЗЖ”) федераль дәүләт бюджет учреждениеһының карантин аҫтындағы продукцияның фитосанитар торошо тураһында һығымта нигеҙендә идаралыҡ һигеҙ дана фитосанитар сертификат биргән. Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән башланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: https://vk.com/wall-212481193_1588.