Найти тему
Башҡортостан гәзите

Убзәкстан Башҡортостандан арыш оно ала

Россельхознадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан Үзбәкстан Республикаһына экспортланған өс партия арыш оно тикшереү үткән. 66 тонна иген эшкәртеү продукцияһы Дәүләкән районынан хужалыҡ итеүсе субъект тарафынан экспортланған. Предприятиеның фитосанитар документация биреү өсөн ғаризаһы буйынса ондоң өс партияһы ла үҫемлектәр карантины, иген сифатын контролдә тотоу һәм идаралыҡтың орлоҡ контроле бүлеге белгестәре тарафынан тикшерелә, карантин аҫтындағы продукция өлгөләре һайлап алына. “Федераль хайуандар һаулығын һаҡлау үҙәге” (“ВНИИЗЖ”) федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Башҡортостан һынау лабораторияһында карантин аҫтындағы продукция һынауҙары үтте. Энтомологик экспертиза һөҙөмтәләре буйынса карантинлы зарарлы организмдар пробаларында асыҡланмаған. Продукция импортлаусы илдең талаптарына тулыһынса тап килә. “Федераль хайуандар һаулығын һаҡлау үҙәге” (“ВНИИЗЖ”) федераль дәүләт бюджет учреждениеһының карантин аҫтындағы продукцияның карантин фитосанитар торошо тураһында һығымтаһы нигеҙендә күҙәтеү ведомствоһы фитосанитар сертификаттар бирә. Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән башланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/rshnrb