Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Шишмә районында - үлемесле авария

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Яңы йыл каникулдарында республика юлдарында көн һайын тиерлек үлемесле авариялар теркәлде. Бөгөн дә иртәнге сәғәт 10-да Өфө- Келәш-Шишмә автомобиль юлында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 35 йәшлек ҡатын "Лада Калина" машинаһында "Рено Логан"ға бәрелгән. Бәрелешеү шул тиклем көслө булған, "Лада Калина"ның пассажиры, оло йәштәге ҡатын, ауыр йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында уҡ йән биргән. Ике пассажир, шул иҫәптән бала, дауаханаға оҙатылған. "Рено" водителенә лә медицина ярҙамы талап ителгән. Авария урынында республиканың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәбе асыҡлана. Водителдәргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, тиҙлек режимын арттырмаҫҡа кәңәш итәбеҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, һеҙҙе өйҙә көткәндәрен онотмағыҙ. Фото: БР ЮХХДИ.