Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Йәнтөйәк" ауылға йәм бирә

Хәйбулла районы Оло Әбеш ауылындағы "Йәнтөйәк" фольклор ансамбле ауылға йәм һәм йән өрә, ти ауылдаштары. Шулай булмайса: ансамблдең һәр сығышын тамашасылар көтөп ала, йыр-моңдарын яратып тыңлай. Ансамбль ағзалары ауылдаштарына йыр-моң өләшеп кенә ҡалмай, ә ауылда үткән барлыҡ мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә йылы бирсәткәләр, ойоҡбаштар бәйләй, уларға аҙыҡ-түлек хәстәрләп, һалма йәйеп, уны ҡырҡа, тәмле өй күстәнәстәре - сөсө икмәк, сәк-сәк, бәлештәр бешереп ебәрә. Ансамблдең етәксеһе Әлфиә Асылбаева әйтеүенсә, бында бөтәһе 12 кеше йөрөй. Күбеһе - хаҡлы ялда булған ағинәйҙәр. Күптән түгел "Йәнтөйәк"тәр йырлай-йырлай яугирҙәр өсөн маскировкалау селтәрҙәре эшләгән. Әйткәндәй, быйыл Оло Әбеш ауылы республика буйынса "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнаша. Конкурс сиктәрендә ойошторолған күп сараларҙа "Йәнтөйәк" фольклор ансамбле һәр саҡ ҙур теләк менән ҡатнаша, ауылдаштары араһында сәләмәт тормошто, айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалай. Автор фотоһы һәм видеоһы.