Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Яңы йыл байрамдары алдынан Ҡариҙел районының Яугилде ауылында – Бөрө - Таҙтүбә - Һатҡы автомобиль юлының 66-сы километрында бер юлы дүрт еңел автомобиль бәрелешә: “Лада Ларгус”, “Лада Гранта”, “Тойота Камри” һәм “Тойота Королла”. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике кеше вафат була, ҡалғандары дауаханаға оҙатыла. Зыян күреүселәр араһында Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин да була. Ул Өфөгә республиканың төньяҡ-көнсығышы буйлап эш сәфәренән ҡайтып килгән. Уның умрау һөйәге һынған, башы йәрәхәтләнгән ине. Уны һәм ауыр хәлдәге водителен дауаханға оҙаталар. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, Айрат Рәхмәтуллин әле лә дауаханала. "Уның хәле тотороҡло, дауаланыуын дауам итә", тигәндәр. Министрҙың ҡасан сығыуы әлегә билдәле түгел. Беҙ ҙә Айрат Рәхмәтуллинға тиҙерәк йүнәлеп, эшкә сығыуын теләйбеҙ! Фото: ufa1.ru