Найти тему
Башҡортостан гәзите

Нуриман районында аварияла өс кеше һәләк булған, шул иҫәптән бәләкәй бала

Бөгөн кис Нуриман районында, Өфө – Иглин – Ҡыҙылъяр автомобиль юлының 39-сы километрында, авария булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “Рено Дастер” һәм “Киа Рио” автомобилдәре бәрелешкән. Һөҙөмтәлә, “Киа Рио” автобиле водителе һәм пассажиры ашығыс ярҙам килгәнсе урында уҡ вафат була, 2010 йылғы һәм 2022 йылғы ике бәлиғ булмаған бала дауаханаға оҙатыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2022 йылғы бала ла вафат булып ҡалған. “Рено” автомобилендәге 1962 йылғы водитель һәм 1963 йылғы ҡатын да йәрәхәттәр алған. Ваҡиға урынында республиканың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәбе асыҡлана. Хөрмәтле водителдәр, ҡышҡы юл икеләтә хәүефле, шуға ла юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, тиҙлек режимын күҙәтегеҙ - ҡыумағыҙ! Фото: @bash_gibdd, mchsrb.