5 ғинуарҙа алыҫ Шри-Ланкала үлемесле авария була: туристар китеп барған автобус ҙур тиҙлектә йөк машинаһына барып бәрелә. Автобуста Рәсәй туристары экскурсиянан ҡайтып килгән була. Унда бер кеше һәләк була. Һуңғараҡ ул туристың Башҡортостан кешеһе булыуы асыҡлана. Ир – Октябрьскийҙан Илдар Абдуллин булып сыға. Уға 42 йәш булыуы һәм металл эшкәртеүсе компанияның башҡарыусы директоры булыуы билдәле. Автобуста китеп барған саҡта ир йоҡлап алырға ҡарар итә һәм үҙ урынынан алға күсеп ултыра. Тап шул саҡта авария була ла. Бәрелеш автобустың алғы өлөшөнә тура килә, ул ныҡ итеп иҙелә. Әйткәндәй, башҡа туристар артыҡ зыян күрмәгән. Барлығы туғыҙ кеше йәрәхәтләнгән. Ирҙең ҡатыны әйтеүенсә, ул уны утрауҙа яндырырға теләй (кремация). Бының өсөн барлыҡ документтарҙы йыйырға һәм тейешле рөхсәттәр алырға кәрәк. Әгәр рөхсәт булмаһа, кәүҙәне Башҡортостанға алып ҡайтасаҡтар. Был турала "Маш" телеграм-каналы хәбәр итә. Фото: "Маш" телеграм-каналы.