Благовар районының Коб-Покровка ауылында бик әүҙем халыҡ йәшәй. Балаларҙың каникулдары күңелле үтһен өсөн өлкәндәр “Алтын шайба” тип аталған хоккей ярышы үткәрергә ҡарар итә. Ауыл халҡы бының өсөн эргәләге быуаны ҡарҙан таҙарта, боҙҙо нығыта. Спорт байрамы бик файҙалы үтә. Ярышҡа йыйыла башлаған балаларға Наталья Тупицо төрлө халыҡ уйындары ойоштора. Павел Соловьев менән Альберт Вәлиуллин тиҙ арала ҡапҡалар иретеп йәбештерә. Дмитрий Школин, Ләйсән менән Руслан Латыповтар, Әлфирә Исламова, Ильмира менән Павел Соловьевтар, Татьяна менән Илшат Хәсәновтар балаларға тәмле приздар әҙерләп ҡуйған. Һәр кем балаларҙы, айырыуса спортсыларға һый тотоп килгән. Айһылыу менән Илдар Йәлиловтар ҙур ҡаҙан аҫып, былау бешергән. Был көндө ике команда көс һынашҡан: Языково ауылынан “Тампа Бей” менән Коб-Пакровка ауылынан “Салауат Юлаев” көс һынашҡан. Судья Вадим Лесин билдәләүенсә, уйын бик көсөргәнешле барған. “Тампа Бей” командаһы 6:9 иҫәбе менән еңеп сыҡҡан. Уйында ҡатнашыусы һәр спортсыға приздар тапшырылған, ә иң яҡшы ҡапҡасы Әкрәм Әбдулхаков, һаҡлаусылар Даниил Соловьев менән Вилен Насыров иҫтәлекле шайбалар менән бүләкләнгән. Ауыл халҡы киләһе йылда хоккей ярышы махсус спорт майҙансығында үтер тип өмөтләнә. Фотолар Коб-Покровка ауылы сайтынан алынды. #ППМИ2024 #ППМИ2024КобПокровка #ППМИРЕСПУБЛИКАБАШКОРТОСТАН #ППМИБлаговарскийрайон #ППМИКобПокровка #ППМИ