Өфөләге Вуз-ара кампус йолаға әүерелгән ҡиммәттәрҙе күрһәткән уникаль йәштәр экосистемаһын барлыҡҡа килтерәсәк. Ошо хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығының Илһөйәрлек мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе, Өфө фән һәм технологиялар университетының тәрбиә эше һәм йәштәр сәйәсәте буйынса проректоры Валентин Солодовник вуз-ара кампусында йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу тураһындағы әңгәмәһендә белдерҙе. Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусының йәштәр сәйәсәте концепцияһы йәштәрҙең һәр йәһәттән үҫешенә, уларҙы төбәккә йәлеп итеүгә һәм ҡалдырыуға йүнәлтелгән. Ошонан сығып, йәштәр менән эштең төрлө йүнәлештәренә ярашлы төп программалар формалаша. - Валентин Николаевич, иң беренсе һәм ябай һорау: Өфөлә төбәк-ара кампусты ойоштороу республика йәштәренә нимә бирә? - Иң тәү сиратта төбәк-ара кампус һәләтле йәштәрҙе йәлеп итеү үҙәгенә әйләнергә һәм төбәктәге интеллектуаль иҡтисадҡа этәргес булырға тейеш. Кампустағы шарттар йәштәр проекттарын үҫтереү һәм тормошҡа ашырыу мөмкинл